ФОСФОР (Phosphorus), P, Д.И. Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобыбар. Тәбиғәттә фосфаттар сифатында осрай (200‑гә яҡын минерал). Аҡ, ҡыҙыл (уртаса тотороҡло; диэлектриктар), ҡара (тотороҡло; ярым үткәргес, 8,6•1010 Па юғарыраҡ баҫымда — үткәргес, 4,7—10 К түбәнерәк т‑рала — юғары т‑ралы үткәргес) һ.б.; агрегат хәле б‑са — кристаллы, аморф Ф. айырыла. Ваҡ дисперслы аҡ Ф. асыҡ һауала үҙенән‑үҙе, ҡыҙыл Ф. ныҡ ышҡығанда йәки һуҡҡанда тоҡана; ҡара Ф. иремәйенсә тоҡана. Аҡ Ф. көкөртлө углеродта, органик эреткестәрҙә, шыйыҡ аммиакта һ.б. эрей, һыуҙа насар эрей; ҡыҙыл һәм ҡара Ф. эремәй. Кислород, йылытҡанда — бор, металдар (һөрмә, висмуттан башҡа), галогенлы водородтар, һелте эретмәләре, электр разрядында йәки ҡыҙҙырылған вольфрам ебендә азот, кремний, һыу парҙары, углерод диоксиды м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә. Полимерлаша. Аҡ һәм ҡыҙыл Ф. галогендар м‑н галогенидтар барлыҡҡа килтерә; аҡ Ф. баҡыр, көмөш һ.б. металл тоҙҙары эретмәләре м‑н фосфидтар, көкөрт м‑н иреткәндә сикле ҡаты эретмәләр м‑н эвтектик типлы системалар, төрлө сульфидтар серияһын барлыҡҡа килтерә. Ф. — төп биоген элементтарҙың береһе. Аҡ Ф. ағыулы (эш зонаһындағы һауала ПДК‑һы 0,03 мг/м3), тирене яндыра, хроник ағыуланғанда һөйәктәрҙең үҙгәреүенә, киҫкен ағыуланғанда ашҡаҙан‑эсәктең боҙолоуына, йөрәк етешмәүсәнлегенә килтерә. Ҡыҙыл Ф. аҙ күләмдә ағыулы, ҡара Ф. ағыулы түгел. Аҡ Ф. апатиттарҙан, фосфориттарҙан кремний оксиды булғанда кокс м‑н ҡайтарып алына; ҡыҙыл төрө — аҡ Ф. һауа үткәрмәй йылытып алына; кристаллы аҡ Ф. уның көкөртлө углеродтағы, бензолдағы эретмәләренән эреткесте парға әйләндереп; таҙа Ф. — гидридлы ысул, фосфинды термик тарҡатыу юлы м‑н алына. Аҡ Ф. ҡара төргә баҫым 1,2 ГПа булғанда, ҡыҙылы — 2,5 ГПа баҫым аҫтында һәм 200°С тиклем т‑рала әүерелә. Башлыса (90%‑ҡа яҡын) фосфор кислотаһы, ш. уҡ фосфорорганик берләшмәләр һ.б. производстволарында; аҡ Ф. — пиротехник составтар алыу; ҡыҙыл Ф. — шырпы, термопластик композициялар, ҡыҙҙырма лампа (газ йотоусы), иретмәләр (антифрикцион, йомшаҡ магнитлы, хромаль һ.б.), ферромагнитлы плёнкалар, легирлаусы өҫтәмәләр, йәбештергес иретмә компоненттары эшләү, ҡорос изделиеларҙың өҫтөн фосфатлау; юғары таҙалыҡтағы Ф. ярым үткәргес фосфидтар алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Ф. Һәләүек ятҡылығы (Ишембай р‑ны) фосфориттарында, аллювиаль тупраҡтарҙа, тимер мәғдәндәрендә осрай. Ҡыҙыл Ф. 1932 й. алып “Өфө шырпылары” ЯСЙ‑нда шырпы ҡабының ҡырыйына һылаусы составында; һары Ф. (техник аҡ) 1975—81 йй. Мәләүез химия з‑дында (ҡара: Минудобрения) термик фосфор к‑таһы алыу өсөн ҡулланыла. Фосфорлы ашламалар сифатында “Автонормаль” з‑дының таҙартыу ҡоролмаларының ултырма тоҡомдарын ҡулланырға тәҡдим ителә. 70—80‑се йй. ӨАИ‑ла баҡыр, никель, цинк м‑н Ф. иретмәләренән гальваник ҡаплауҙарҙы, онтаҡтарҙы һ.б. материалдарҙы электр ярҙамында ултыртыу технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.С. Вәхитов); 90‑сы йй. Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында нефть кокстарын Ф. электр‑термик етештереү өсөн ҡулланырға тәҡдим ителә (Р.Ғ.Ғәлиев). Шулай уҡ ҡара: Фосфогипс, Тупраҡтың фосфорлы берләшмәләре.

В.Н.Никонов, Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Ф.А.Ғималова  

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.