ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелеүсе экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙың тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килеүсе көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның һәр тоннаһына 4,25 һәм 5,6 т тап килә). Минераль ашламалар сифатында йәки органик ашламалар м‑н берлектә, әсе тупраҡ һәм тоҙло тупраҡты химик мелиорациялауҙа, бәйләүес матдәләр, шлакоситалдар, минерал мамыҡтар, шлак пемзаһы, көкөрт кислотаһы, эзбиз, аммоний сульфаты етештереүҙә; бәйләүес үҙенсәлектәргә эйә булмағанын — юл төҙөлөшөндә  файҙаланалар. Башҡортостанда “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ‑нда (2008 й. алып “Газпром  нефтехим Салават” ААЙ‑ы составында) яҡынса 0,781 мең т Ф. барлыҡҡа килә (2010); буш тау тоҡомдары өйөмдәрендә 300 мең т ашыу тупланған; пр‑тие тупраҡҡа гипс индереү өсөн Ф. м‑н тәьмин итә. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында (Л.Н.Гера етәкс.) Ф. юл‑төҙөлөш материалдарын етештереүгә индереү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; ӨДНТУ‑ла (В.В.Бабков етәкс.) Белорус политехник акад. (Минск) м‑н берлектә Ф. нигеҙендә йөҙләү материалдары, Органик химия ин‑ты һәм БДПУ м‑н берлектә стена изделиелары етештереү ысулы эшләнә.

Әҙәб.: Иваницкий В.В., Классен П.В., Новиков А.А. Фосфогипс и его использование. М., 1990.

 Н.В.Давиденко

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика