ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, формальдегид нигеҙендәге олигомер продукттар. Икенсе компонент тибына бәйле амин‑(амид)‑, (анилин‑, гуанамин‑, дициандиамид‑, меламин‑, мочевина‑) һәм фенол‑ (саф фенол‑, ш. уҡ крезол‑, резорцин‑); ш. уҡ берләштерелгән (гуанамин‑ мочевина‑, гуанамин‑меламин‑, фенол‑анилин-, фенол‑ксиленол‑, фенол‑крезол‑) Ф.ы. айыралар. Термореактив йәки термопласт продукт, уларҙың составы синтез шарттарына (формальдегид һәм икенсе компонент нисбәтенә, т‑ра, рН мөхит) бәйле. Ф.ы. һыуҙа, этил спиртында һ.б.; спирттар, үҫемлек майҙары, синтетик май кислоталары һ.б. м‑н модификацияланғандары органик эреткестәрҙә эрей. Ҡатҡан Ф.ы. ыҫмала, өҫтәмә (тултырғыстар, ҡатырғыстар һ.б.), эшкәртеү (эҫе килеш преслау, ҡойоу һ.б.) тибына бәйле йылыға, яҡтылыҡҡа, һыуға, атмосфера тәьҫиренә бирешмәүсәнлеккә, юғары бәрмә үҙлелеккә, диэлектрик күрһәткестәргә, һығылмалылыҡҡа эйә. Тап килгән мономерҙарҙы катализаторҙар (к‑талар, һелте) ҡатнашлығында поликонденсациялап алалар, был осраҡта юғары т‑раларҙа ҡатыуын көйләп була торған реакцияға һәләтле олигомерҙар барлыҡҡа килә (ҡара: Ҡораулы полимерҙар). Ф.ы. тулыландырылған полимерҙарҙа, ш. иҫ. пластик массалар (амино‑, фенопластар), арматураланған пластиктар (асбест, быяла пластиктар, углепластиктар, ағас плита һ.б.), минерал мамыҡ, композицион материалдар, бешекләндереүсе һәм герметиклаштырыусы составтар, полимер елемдәре етештергәндә бәйләүес, полимербетондарҙа (ҡара: Бетон) ҡатырғыс; лак һәм лак‑буяу материалдарында плёнка барлыҡҡа килтереүсе, этилен‑пропилен һәм хлоропрен каучуктың вулканизация агенттары һ.б. булараҡ ҡулланалар. Башҡортостанда карбамид ыҫмалалары һәм фенол‑формальдегид ыҫмалалары етештереү 20 б. 60‑сы йй. башлана (ҡара: Синтетик ыҫмалалар һәм пластик массалар производствоһы). Уларҙы алыр өсөн сеймалды “Уфаоргсинтез” (фенол), “Газром нефтехим Салават” (карбамид, бутил спирттары), Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (4‑трет‑бутилфенол), Өфө нефть эшкәртеү заводы (дифенилолпропан, 2004 й. тиклем “Уфахимпром” етештергән) ААЙ‑лары сығара. Төп ҡулланыусылары — Өфө фанер комбинаты, Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты, Стәрлетамаҡ мебель комбинаты, Өфө агрегат производство берекмәһе, “Электроаппарат” һ.б.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика