ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, флуоресценция күренешенә (ҡара: Люминесценция) нигеҙләнгән анализ ысулы. УФ‑нурланыш (сығанаҡтары — кварцлы газ разрядлы терегөмөш йәки ксенон лампалары, УФ‑лазерҙар) м‑н ярһытылған тикшерелгән матдәнең фотолюминесценцияһы визуаль, фотографик йәки фотоэлектрон приёмник ярҙамында теркәлә. Төп Ф.а. (органик реагентлы элементтарҙың люминесценцияланыусы комплекслы берләшмәләре барлыҡҡа килеүенә нигеҙләнгән), атом‑ (флуоресценцияның атом спектрҙары б‑са һанса элемент анализ), рентген‑ (рентген эмиссия спектрҙары б‑са), экстракцион‑ (эретмәне азот йәки гелий т‑раһына тиклем һыуытып анализланған ҡатышманы айырыу йәки алдан эшләнгән экстракция) флуоресцент айыралар. Ф.а. ш. уҡ люминесцент дефектоскопия, сцинтилляцион счётчик ярҙамында элементар өлөштәрҙе теркәү ҡарай. Һыуҙа, геол. объекттарҙа үҙ люминесценцияһы б‑са уранды табыу сиктәре 5•107—1•108%, ерҙәһирәк элементтарҙыҡы — 105—106%, ҡайһы бер күсмә (ш. иҫ. платина) элементтарҙыҡы — 105—106%; лазер ҡулланғанда ҡайһы бер элементтар өсөн 1013% тиклем, органик берләшмәләр ҡулланғанда 107—1011% тиклем кәмей. Ф.а. порфириндарҙы, витаминдарҙы, антиесем, “антиген—антиесем” (антиесемгә флуоресцияланыусы матдәне туранан‑тура ҡушалар; ысулдың һиҙгерлеге 1014%; ҡара: Люминесцент анализ) комплексы концентрацияһы б‑са вируслы һәм бактериялы антигендарҙы һанса билдәләү өсөн, тоҡомдарҙа минералдарҙы, бәшмәк ауырыуҙарын, ағыулы матдә эҙҙәрен табыу, составында алмас булған тоҡомдарҙы байыҡтырыу, һыуҙың ер аҫты юлдарын тикшереү, документтарҙың ысын булыуын асыҡлау, реставрация эштәрендә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Ф.а. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, “Автонормаль” пр‑тиеһында дефектоскопияла, Өфө ҡ. б‑са Эске эштәр идаралығының криминалистика бүлегендә; люминесцент маркерҙарҙы Онкология диспансерында (Ш.Х.Ганцев) яман шеш күҙәнәктәрен асыҡлау өсөн ҡулланалар. Биохимия һәм генетика институтында (А.В.Чемерис) полимераза сылбырлы реакцияларҙа ампликондарҙың тиҙ йөрөшлө һиҙгерлеге юғары булған детекция ысулдары уйлап табыла (бер‑береһенә яҡын килтереп яндырылған тура һәм кире праймерҙар составына ингән донор, акцептор буяғыстар араһындағы резонанс флуоресценция энергияһын күсереүгә; флуорохромды төрлө праймерҙар составындағы ярашлы матдә м‑н һүндереүгә нигеҙләнгән). Органик химия институтында Ф.а. ярҙамында уран м‑н ксенон берләшмәләре реакцияларының кинетикаһы һәм механизмы, уранилион, европий комплекстарында триптофандың ныҡ ярһыған торошонан электронды бик тиҙ фотоиндукциялап күсереү өйрәнелә.

С.В.Лотник

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика