ФЛОТАЦИЯ (фр. flottation), суспензияларҙан ваҡ ҡаты өлөштәрҙе бүлеү, эмульсияларҙан дисперслы фаза тамсыларын айырып алыу. Өлөшсәләрҙең (тамсыларҙың) шыйыҡса м‑н еүешләнеүсәнлегенең төрлөлөгөнә һәм уларҙың фаза бүлеге сиктәрендә тупланыуына нигеҙләнгән. Фаза‑ара сиктәр барлыҡҡа килеү механизмына бәйле күбек (гидрофоб өлөшсәләрең, һауа ҡыуыҡтарының агломераттары күбек ҡатламында нығына), май (май м‑н эшкәртелгән ҡаты өлөшсәләр — һыу өҫтөндә), плёнка (өлөшсәләрҙең йоҡа гидрофоб ҡатламы — һыу ағымы өҫтөндә) Ф.; ҡиммәтле компоненттың ҡуйырыуы б‑са — тура (күбек ҡатламында) һәм кире (бөртөксәләр хәлендә); сеймал б‑са — төп (мәғдәнде ҡара концентрат алып флотациялау), яңынан таҙартылған (ҡара концентратты флотациялау), контроль (ҡалдыҡтарҙы флотациялау) Ф. айырыла. Күбек Ф. вакуум (түбән баҫымда Ф.), флотогравитация (Ф. һәм гравитация бергә), ион (ҡиммәтле компоненттарҙың иондарынан йоҡа дисперслы гидрофоб ултырмалар барлыҡҡа килеүе), электролитик (һыу электролизы продукттары м‑н Ф.), химик реакциялар үткәргәндә бүленеп сыҡҡан углерод диоксиды м‑н Ф. һ.б. бүленә. Шулай уҡ тоҙло (Ф. ҡаты өлөшсәләрҙе ваҡлап бөтөрөү м‑н сиратлаштырыла), компрессион йәки ҡыҫып тултыра торған (үтә йоҡа өлөшсәләрҙең бүленеүе), күбекһеҙ (газ ҡыуыҡтары шыйыҡсаның өҫтөндә емерелә, өҫкә күтәрелгән өлөшсәләр махсус бүлеккә эләгә), ҙур баҫым аҫтындағы (баҫым аҫтында һауа тултырыу) Ф. айырыла. Ф. флотореагенттар тәьҫире аҫтында бүленеп сыҡҡан өлөшсәләрҙең өҫкө йөҙөн шыйыҡ фаза м‑н тулыһынса сылатмағанда мөмкин, флотореагенттар тәғәйенләнеше б‑са йыйыусыларға (ксантогенаттар, сульфид к‑талары өсөн дитиофосфаттар һәм май к‑талары өсөн натрий һабыны, сульфид булмаған минералдар өсөн аминдар), күбек барлыҡҡа килтереүселәргә (өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, фенолдар һ.б.), модификаторҙарға (органик булмаған к‑та тоҙҙары, ҡайһы бер полимерҙар), составы б‑са — органик, органик булмағандарға; эреүсәнлеге б‑са — ионоген, ионоген булмағандарға бүленә. Флотореагент етештереү өсөн сеймал — синтетик май спирттары, С10—С16, С16—С22 синтетик май кислоталары. Ф. флотация машинаһында (бер, күп камералы; механик, пневмомеханик, пневмогидравлик, пневматик; вакуум, компрессион; үҙәктән ҡыуыусы, ағынтылы һауа тултырыусы; электрофлотацион) башҡарыла. Башлыса файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, ш. уҡ һыуҙа эреүсе тоҙҙарҙы, органик иониттарҙы айырыу, һыу таҙартыу, ағынты һыуҙарҙы, тәбиғи каучукты ҡушылмаларҙан __________таҙартыу һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Ф. Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты байыҡтырыу ф‑каларының төҫлө металл концентраты алыуҙың төп технологик процесы (ҡара: Гидрометаллургия). 1965 й. илдә тәүге тапҡыр Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) триэтоксибутан флотореагенты алыу тәж.‑сәнәғәт ҡулайламаһы төҙөлә. БР‑ҙа флотореагент сифатында ауыр нефть сольвенты (нефрас А‑150/330), синтетик май к‑талары етештереүҙең куб ҡалдығы (“Уфанефтехим”); эреүсе натрий силикаты (“Газпром нефтехим Салават”, “Салаватстекло”), рафинирланған алкиларилсульфонат, бутил спирты етештереүҙең куб ҡалдығы, ОЖК маркалы нефть эмульсиялары деэмульгаторы (“Салаватнефтеоргсинтез”); ВПК‑402 маркалы полиэлектролиттар (“Каустик”), С8—С10, С12—С14 фракциялы спирттарҙың алкилсульфонаттары (ТехноХимСинтез з‑ды) етештерелә. 60‑сы йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда Бөтә Союз һыу м‑н тәьмин итеү, канализация, гидротехник ҡоролмалар һәм инженер гидрогеологияһы ҒТИ (Мәскәү) м‑н берлектә ағынты һыуҙарҙы таҙартыу өсөн реагент баҫым аҫтындағы Ф. (РФ‑тың, БДБ‑ның нефть эшкәртеү з‑дтарында индерелгән), Кемерово химия сәнәғәте ҒТИ м‑н берлектә ВПК‑402 полиэлектролит алыу технологияһы (Стәрлетамаҡ “Каустик” АЙ‑нда) уйлап табыла. Химия ин‑ты (Н.К.Ляпина, Ю.Е.Никитин һ.б.) һәм НИИнефтехим (Р.М. Мәсәғүтов, А.Х.Шәрипов һ.б.) хеҙм‑рҙәре тарафынан ерҙә һирәк элементтар мәғдәндәре, төҫлө һәм затлы металдар флотореагенттары сифатында нефть сульфоксидтары, сульфондар тәҡдим ителә.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Текст на русском языке