ФЛОРИНСКИЙ Василий Маркович (1833—3.1.1899), табип, археолог, этнограф. Медицина д‑ры (1861). Тайный советник (1892). Император Медицина һәм хирургия акад. (С.‑Петербург, 1858) тамамлағандан һуң, шунда уҡ эшләй (1863—68 йй. лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1865—72 йй. балалар клиникаһы мөдире. 1877 й. алып Ҡазан ун‑тының акушерлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары каф. мөдире, 1885 й. — Көнбайыш Себер өйрәнсек округы (Томск ҡ.) попечителе. Фәнни тикшеренеүҙәре акушерлыҡ проблемаларына, халыҡ медицинаһына арналған. Медицина, археология, этнография тарихын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән. 1873 й. Ырымбур крайы буйлап сәйәхәт иткән, сәфәр ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнгән. Үҙенең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың торлағы, башҡорт аш-һыуы, башҡорт кейеме, хужалығы, башҡорт йәйләүҙәре һ.б. т‑да мәғлүмәттәр теркәгән. Башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы яҡлы була. Томск ун‑тын ойошороусыларҙың береһе (1875). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рус география йәмғиәтенең (1875), Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенең (1890) һ.б. ойошмаларҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Император Бөйөк Пётрҙың ҙур пр. лауреаты (1878). 2-се (1896) һәм 3-сө (1878) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт (1899), 1-се (1888), 2-се (1872) һәм 3-сө (1865) дәрәжә Изге Анна, 1-се (1882), 2-се (1867) дәрәжә император тажлы (1870) Изге Станислав орд., “Император Александр III батшалыҡ итеү иҫтәлегенә” көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән. Томск ҡ. почётлы гражданы (1898). Томск ун‑тының Себер археологияһы һәм этнографияһы музейына Ф. исеме бирелгән.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Хеҙм.: Башкирия и башкиры: путевые заметки //Вестник Европы. 1874. №12.

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика