ФЛАВОНОИДТАР, биологик актив матдәләр, үҫемлек пигменттары, бензо‑γ‑пиран сығарылмалары. Молекулаларында 2 бензол ҡулсаһы бер‑береһенә пропан гетероциклик кислородлы фрагмент (фенилпропан каркасы С6—С3—С6) м‑н бәйләнгән фенол берләшмәләре. 1000‑дән ашыу Ф. билдәле, үҫемлектәрҙә киң таралған, ҡайһы берҙә микроорганизмдарҙа, бөжәктәрҙә осрай. Пропан фрагментының окисланыуы дәрәжәһенә бәйле флаван (катехиндар, лейкоантоциандар — төҫһөҙ матдәләр), флавон (флаванондар, флаванонолдар — төҫһөҙ, флавондар, флавонолдар — һары), флавилия (антоциандың составында оксоний төркөмө булғандары — ҡыҙыл, күк, шәмәхә) сығарылмалары айырыла. Шулай уҡ Ф. аурондар, дигидрохалкондар, халкондар (һары матдәләр), изо‑ һәм нео‑флавоноидтар ҡарай. Гликозидтар, уларҙың ациль сығарылмалары киң таралған. Металл иондары м‑н, антоциандар — флавонолдар, флавондар (копигментация), изопреноидтар, алкалоидтар (флаволигнандар) м‑н комплекстар барлыҡҡа килтерә. Катехиндар, антоциандар йылытҡанда, тура ҡояш нурҙары аҫтында, ферменттар тәьҫирендә еңел окислана; флавондар, флавонолдар тотороҡлораҡ. УФ‑нурланышты йота, антимутаген, антиоксидант активлыҡҡа эйә; сәскә таждарына төҫ, үҙағасҡа ныҡлыҡ бирә, патоген бәшмәктәргә тотороҡло итә. Үҫемлектәр һәм микроорганизмдар өсөн индуктор (сигнал матдә) булып тора, аталандырыуҙа ҡатнаша (төргә үҙенсәлек бирә). Радио‑ һәм гепатопротектор, капилляр нығытыусы (катехин, гесперетин, рутин, кверцетин; халкон һәм дигидрохалкон сығарылмаларын Р витамины төркөмөнә индерәләр), үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтеүсе, диуретик дарыуҙар һ.б., аҙыҡ антиоксиданттары, дуплаусы матдәләр (ҡара: Дуплау) сифатында; сәй, ҡәһүә, какао, шарап яһауҙа (Ф. окисланыу продукттары эшкәртеү продукттарына тәм, төҫ, хуш еҫ бирә) ҡулланыла. Башҡортостан флораһы составында Ф. булған үҫемлектәргә бай (арыҫлан ҡойроғо, ҡымыҙлыҡтар, миләүшә, суҡмарбаш, энәлек һ.б.). Ботаника баҡса‑институтында һыйырғолаҡ (С.Ғ.Кәримова), энәлек (Р.Ф.Вафин, В.П.Путенихин), гөлйемеш (Н.М.Мурысёва) Ф.; БДМИ‑ла Ф. биохимик, физиол. тәьҫире (З.Я. Лагно, И.А.Лерман, Х.М.Насиров, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.) тикшерелә. 90‑сы йй. алып БДМИ‑ла составында флавоноид булған үҫемлектәр һәм йыйылмалар тикшерелә (Ю.Г.Афанасьева, Н.В.Кудашкина, В.А.Лиходед, Т.И.Плеханова, К.А. Пупыкина, С.Ғ.Хәсәнова). БДУ‑ла, Биология институтында составында Ф. булған дарыу үҫемлектәренең ресурсы (Ә.Х.Ғәлиева, С.С. Хәйретдинов), ҡурай еләге һәм ҡара бөрлөгән (А.Я.Герчиков, Г.В.Шендель һ.б.), айыу ҡурайы, меңъяпраҡ, шөңгөр сәскә (Р.М.Бәширова һ.б.) япраҡтарындағы Ф. өйрәнеү алып барыла. “Фармстандарт—Өфө витамин заводында” гөлйемеш емештәре, монгол сәйе тамыры һығынтыһынан Р витамины алыу технологияһы үҙләштерелә; капилляр нығытыусы аскорутин етештерелә. “Чародейка” фирмаһында, Өфө НЭЗ‑ында, “Таймас” ЯСЙ‑нда (Өфө) виноград төшө, һырғанаҡ, гөлйемеш һ.б. алынған Р витамины экстракттары косметика саралары етештереүҙә ҡулланыла.

Әҙәб.: З а п р о м е т о в М.Н. Фенольные соединения: распространение, метаболизм и функции в растениях. M., 1993.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Текст на русском языке