ФИН-УҒЫР ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, хәҙерге күп фин-уғыр халыҡтары барлыҡҡа килеүгә нигеҙһалған ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы. Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һәм 12—13 бб. башҡа КөнбайышЕвропа авторҙарыныңхеҙмәттәрендә телгә алына. Ф.‑у.ҡ. тыуған ере бәхәсле булып ҡала: О.Н.Бадер, П.Н.Третьяков, А.Х.Халиҡов һ.б. фекере б-са, Ф.‑у.ҡ. Урта Волга һәм Кама буйында ойошҡан; В.А.Иванов, Р.Ғ.Кузеев, В.В.Напольских һ.б. фекеренсә, көнбайыштаУралдан алып көнсығыштаЕнисей й. басс.һәм Алтай-Саян таулығына тиклем терр‑яла формалашҡан.Мезолит дәүерендә берҙәм фин‑уғыр берлеге булған; неолит осоронда ул Волга‑Кама, Урал һәм Урал аръяғы терр‑яһына таралып ултырған самодий һәм Ф.‑у.ҡ. тарҡалған, тип фараз ителә. Б.э.т. 3—2 мең йыллыҡтарҙа Ф.‑у.ҡ. уғыр (Урал аръяғы, КөнбайышСебер) һәм фин‑пермь (Кама буйы, Урта Волга буйы) тармаҡтарына айырыла. Неолит дәүерендә Ф.‑у.ҡ. монголоид һәм европеоид төркөмдәр м‑н ҡушылыуы һөҙөмтәһендә субурал антропологик тибы барлыҡҡа килә. Бронза быуатында Ф.‑у.ҡ. Урал‑Кама буйында булыуы — Межа мәҙәниәте, Волосов, Позняков, Ҡазан эргәһе мәҙәниәттәре, Черкаскүл мәҙәниәте, тимер быуат башында Ананьин мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте ҡомартҡыларында һ.б. сағылыш таба. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше ваҡытында Ф.‑у.ҡ. Паннонияға (боронғо венгрҙар), Көньяҡ Уралға (Көнбайыш Себер уғырҙары) күсеп ултырғас, унда Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте һ.б. ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Көньяҡ Уралдағы Ф.‑у.ҡ. артабанғы үҫешенә уғыҙҙар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар һ.б. төрки ҡәбиләләр йоғонто яһай. Ф.‑у.ҡ. Волга‑Урал тарихи‑этнографик өлкәнең бихисап халыҡтарының, ш. иҫ. ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, башҡорттарҙың, формалашыуында ҡатнаша. Һабан игенселеге, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре Ф.‑у.ҡ. төп шөғөлдәре булған. Шулай уҡҡара: Финуғыр телдәре.

Әҙәб.: Патрушев В.С. Финно‑угры России (II тыс. до н.э. — начало II тыс. н.э.). Йошкар‑Ола, 1992; Напольских В.В. Введение в историческую уралистику. Ижевск, 1997; Казаков Е.П. Волжские болгары, угры и финны в IX—XIV вв.: проблемы взаимодействия. Казань, 2007.

В.А.Иванов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика