ФИЛОНЕНКО Виктор Иосифович (19.11.1884, Тула ҡ. — 30.9.1977, Пятигорск ҡ.), тел белгесе, этнограф. Филол. ф. канд. (1938), проф. (1938). Император С.‑Петербург ун‑тының көнсығыш телдәре һәм тарих-филол. ф‑ттарын тамамлағандан һуң (1908), Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында уҡыта. 1915 й. алып Симферополь ир балалар гимназияһында эшләй. 1921 й. башлап Ҡырым пед. ин‑тында, бер үк ваҡытта Ҡырым ҒТИ‑нда (икеһе лә – Симферополь ҡ.); 1935 й. башлап Ҡарағалпаҡ пед. ин‑тында тел ғилеме каф. мөдире, бер үк ваҡытта Ҡарағалпаҡ ҒТИ‑нда (икеһе лә – Төрткүл ҡ.) эшләй. 1936 й. алып Ҡабарҙы-Балҡар пед. ин‑тының (Нальчик) — урыҫ әҙәбиәте каф., 1945—77 йй. Пятигорск сит телдәр пед. ин‑тының тел ғилеме һәм урыҫ теле каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт, мари, сыуаш, удмурт халыҡтарының тарихын, этнографияһын, фольклорын һәм телен өйрәнеүгә арналған. Ф. тарафынан Китап палатаһына Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәтенә арналған 956 дана китап тапшырылған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Репрессиялана (1943), 1945 й. иреккә сығарыла.

Хеҙм.: У язычников-инородцев Уфимской губернии. Уфа, 1914; Башкиры. Уфа, 1915.

Әҙәб.: Фонд Филоненко: библиогр. указ. Уфа, 1990.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика