БАРСУКОВ Анатолий Иванович (12.11.1931, Ырымбур ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР транспортының атҡ. хеҙм‑ре (1991). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын тамамлаған (1976). 1948 й. алып “Россовхозавтотранс” Чкалов автобазаһы водителе, 1954 й. — 11‑се Күмертау автоконтораһы өлкән механигы, 1955 й. — 1518‑се автоколоннаның баш инженеры, 1959 й. — нач., 1973 й. — “Башавтотранс” пр‑тиеһы баш инженеры, 1978 й. — нач., 1988—99 йй. ген. дир.; 1999 й. башлап Ветерандар советы рәйесе. Б. эшләгән осорҙа пр‑тиела автомобилдә ташыу һөҙөмтәлелеге күтәрелә; уның етәкс. автомобиль транспортында контейнер м‑н ташыу индерелә. РФ ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 9—11‑се, БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Л.А.Никулина

Текст на русском языке

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика