ФИЛИППОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, Савромат мәҙәниәте һәм иртә Сармат (Прохоров) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Илек р‑ны Филипповка ҡасабаһы янында Урал м‑н Илек йй. араһында урынлашҡан. 1897 й. М.Л.Юдин, 1971 й. — В.И.Стефанов, 1977 й. — Н.Л. Моргунова, 1982 й. — В.А. Иванов, 1985 й. А.Ю.Кравцов тарафынан һүрәтләнә, 1986—90 йй. — ТТӘИ экспедицияһы (етәксеһе А.Х.Пшеничнюк), 2004— 09 йй. РФА Археология ин‑тының Урал буйы экспедицияһы (Мәскәү, етәксеһе Л.Т. Яблонский) тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 29 ҡурған (диам. 15—120 м, бейеклеге 0,2—8 м) асылған һәм өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары дромосы, бер яғында ҡыуышлығы булған, киртләсле һәм ағас түшәмле ҡәберҙәрҙән ғибәрәт. Яңғыҙ, парлап һәм төркөмләп (8—10 кеше) ерләү осрағы теркәлгән. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа йәки көнбайышҡа, һирәгерәк көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ерләү камераларында балсыҡ усаҡтар теркәлгән. Ҡурғандар төбөндә (ат һөйәктәре, ат егеү кәрәк-ярағы), ҡәбер соҡорҙары ситендә (бронза һауыттар, керамика), усаҡтар эргәһендә (йола әйберҙәре, биҙәүестәр), инеү юлдары-дромостарҙа (ҡорал) һ.б. “ҡорбан комплекстары” табылған. Айырыуса “батша” ҡурғандары ҡыҙыҡһыныу уята.

Ф.ҡ. I (Алтын Мар; диам. 100 м, бейеклеге 9 м) стеналары 40—45° ауышлыҡтағы 5—7 рәт бүрәнәнән торған сатыр рәүешендә ер өҫтөндә төҙөлгән ҡоролмаһы, көньяҡтан инеү юлы-дромосы (оҙонлоғо 17,5 м; ҡапҡалы тамбур рәүешендә, ш. уҡ ағас түшәмле) булған ҡәбер соҡоро (диам. 20 м, тәрәнлеге 2 м) табылған. Ингән ерҙә һулда — 5 болан һыны, уңда — ураҡҡа оҡшаш 4 алтын ялатылған тимер әйбер һәм ҡашы төҫлө балсыҡтан эшләнгән 4 түңәрәк айыл, дромоста — ҡорал һәм ат егеү кәрәк-ярағы, ерләү камераһында 600‑ҙән ашыу алтын биҙәүес табылған. Ҡәбер соҡороноң көнбайыш ситендә йәшерен урындар эшләнгән: 1 метрҙа — ағас һауыт-һаба, алтын м‑н сүкелгән көмөш һауыт; 2 метрҙа алтын һәм көмөш һауыт-һаба, күп алтын тәңкә табылған; икеһендә лә өҫтә ҙур ағас боландар һыны ятҡан. Коллекция 6 төркөмгә бүленә: боландар һындарын биҙәгән алтын һәм көмөш пластиналар; ағас һауыттар, тотҡа-элмәктәр биҙәлгән алтын (300‑ҙән ашыу әйбер; көпләүҙәре б‑са, һауыт-һаба төрлө булған: сынаяҡ, сеүәтә, сүмес, каса, көршәктәр); алтын һәм көмөш һауыт-һаба (осоп барған архар һыны рәүешендәге ике тотҡалы алтын көршәк, эс яғына элмәк йәбештерелгән алтын табаҡ, 2 дөйә, йыртҡыс ҡош һәм бүре төшөрөлгән ҙур алтын аҫлыҡ, уйып алтын сым һалынған көршәк рәүешендәге яҫы төплө көмөш һауыт, 2 көмөш ритон); ҡойоп ҡалып м‑н эшләнгән алтын тәңкәләр; ҡатын-ҡыҙҙың алтын һәм көмөш биҙәүестәре (сикә суҡтары, айылдар, тәңкәләр, муйынсаҡтар); ҡорал һәм ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ҡылыс һәм хәнйәрҙәр, дүңгәләге алтын пластина м‑н ҡапланған тимер ауыҙлыҡ, алтын ҡапта ятҡан ҡайраҡ).

Ф.ҡ. IV (Ҙур; диам. 80 м, бейеклеге 8 м) 4 ҡәбер табылған. Урталағы ҡәбер соҡоронда (коридор‑дромосы һәм ағас түшәме бар) мәйеттәр ағас табуттарҙа (балсыҡ усаҡ тирәләй рәттәр м‑н урынлашҡандар) ерләнгән, улар араһында кәрзин (эсенә көмөш һаплы бысаҡ, алтын эйәр‑өпсөн һ.б. һалынған) ҡуйылып, өҫтөнә һауыт ултыртылған. Һауыттың һарыҡ тәкәһенең башы һәм тояғы рәүешендә эшләнгән тотҡаһы м‑н аяғы алтын һәм көмөш пластиналар м‑н ҡапланған. Янында үгеҙ-зебу һыны рәүешендәге бронза шәмдәл булған. Усаҡта уҡтары м‑н бергә скиф тибындағы ағас йәйә табылған. Урталағы ҡәбер тирәләй урынлашҡан 3 ҡәберҙә (1‑һе — парлы) яугирҙар ерләнгән, тип фараз ителә. Уларҙа ҡорал (тимер ҡылыстар, хәнйәрҙәр, хәрби күлдәк — панцирь, һөңгөләр, уҡ баштары, алтын умбондар м‑н биҙәлгән һаҙаҡ), биҙәүестәр (остары йәнлек һындары рәүешендә эшләнеп, ҡойолған муйын ҡулсалары, беләҙектәр, тәңкәләр) табылған. Араларында ҡойолған, алтын ялатылған көмөш һаплы һәм йөҙлө, төрлө хайуандар, ш. уҡ боланды ҡорбан итеү һәм ҡабанға һунар мәле һырлап төшөрөлгән тимер ҡылыс; алтын һәм көмөш портупея ҡаптырмалары, көмөш амфора айырылып торған. Ф.ҡ. береһендә ш. уҡ күгәнле ҡолаҡсындары булған уникаль тимер торҡа өлөштәре, кеше һыны рәүешендәге алтын сулпылар табылған. Ҡәбер өҫтөндәге ҙур ҡоролмалар, бергә ерләнгән әйберҙәрҙең бай һәм затлы булыуы Сармат халҡының соц. һәм милек б‑са бүленеүе т‑да һөйләй. Ф.ҡ. материалы Уралда йәнлек стилендә эшләнгән алтын әйберҙәрҙең (яҡынса 1 мең берәмек) иң ҙур табылдығы иҫәпләнә. Болан, ике үркәсле дөйә, грифон, архар, сайғаҡ, антерҙар, бүре, юлбарыҫ һүрәттәре йыш осрай, һирәгерәк ҡабан, ҡоралай, ат, балыҡ һүрәттәре тап була. Күп һауыттарҙа — йыртҡыстың (юлбарыҫ, бүре) боланға, сайғаҡҡа, һарыҡ тәкәһенә ташланыуы, ике пар һауытта 2 сайғаҡҡа уҡ м‑н атҡан һыбайлы төшөрөлгән. Ф.ҡ. коллекцияһы (“Евразияның алтын боландары”) Нью-Йорк, Милан, С.‑Петербург, Мәскәү ҡҡ. күргәҙмәлә ҡуйылған; Археология һәм этнография музейында, Ырымбур өлкә тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Звериный стиль Филипповских курганов // Южный Урал и сопредельные территории в скифо-сарматское время. Уфа, 2006; Ранние кочевники Волго-Уральского региона. Оренбург, 2008.

Р.Б.Исмғилев, Л.Т.Яблонский

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018