ФИЗИКХИМИК АНАЛИЗ, химик әүерелештәрҙе бер нисә компоненттан (уларҙы айырмайынса) торған системаларҙа (башлыса тиң булған) химик составына, компоненттарҙың бер береһе м‑н тәьҫир итешеүенә, фазаларҙың һ.б. тәбиғәтенә һәм йәшәү сиктәренә бәйле өйрәнеү ысулы. Ф.‑х.а. төп бурысы — “состав—үҙенсәлек” (“состав—температуpa”, “состав—баҫым”) диаграммаларын төҙөү һәм уларҙы геом. анализлау. “Состав—үҙенсәлек” диаграммалары күбеһенсә даими баҫым, т‑ра һ.б. булғанда төҙөлә. Состав процент, масса, молярлыҡ, күләм, эквивалент өлөштәр м‑н сағылдырылған компоненттарҙың концентрацияһы м‑н характерлана. Үҙенсәлек тип үлсәнә торған физик дәүмәл йөрөтөлә (электр үткәреүсәнлек, ҡатылыҡ, ҡуйылыҡ, һыныу күрһәткесе, рентген структуралы анализ, микроскопик металлография һөҙөмтәләре һ.б.), ш. уҡ уға термодинамик потенциал, тигеҙләнешкә яҡынайыу тиҙлеге (тигеҙ булмаған системалар өсөн) инә. Үҙенсәлек һайлағанда уның ҡиммәттәрен билдәләүҙең теүәллеген, системалағы химик әүерелештәргә һиҙгерлеген иҫәпкә алалар. Ф.‑х.а. төп принциптары: ярашлылыҡ (диаграммала һәр фаза йыйылмаһы өсөн билдәле бер геом. образ), өҙлөкһөҙлөк (параметрҙар өҙлөкһөҙ үҙгәреп торғанда фазаларҙың һаны үҙгәреү системаның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡапыл үҙгәртеүгә килтерә), тап килеү (компоненттарҙың теләһә ҡайһы йыйылмаһы уларҙың һанына һәм физик‑химик үҙенсәлектәренә ҡарамай система барлыҡҡа килтерә ала). Даими составлы (дальтонид) берләшмәләрҙең диаграммаларында — сингуляр нөктә (абсцисса химик составҡа тура килә), үҙгәреүсән составлы (бертоллид) берләшмәләрҙекендә һөҙәк максимум күҙәтелә; “состав—үҙенсәлек” графигында бер экстремум бар. “Состав—үҙенсәлек” диаграммаларын материалдар (иретмәләр, ярым һәм ғәҙәттән тыш үткәргес, быяла, керамика һ.б.) эшләгәндә һәм модификациялағанда, химияның теоретик мәсьәләләрен хәл иткәндә (үҙгәреүсән составлы химик берләшмәләр төҙөлөшө теорияһы – нестехиометрия), технологик процестарҙы фазаларға айырып проектлағанда (кристаллаштырыу, ректификация, экстракция һ.б.), ултырыу реакцияларын, комплекстарҙың, аралыҡ матдәләрҙең тотороҡлоғон һәм составын өйрәнеүҙә, химик берләшмәләрҙең иретмәлә диссоциацияланыу дәрәжәһен, тоҙҙар алмашынғанда системаның ирекле энергияһы үҙгәреүен билдәләүҙә ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. БДУ‑ла Е.Ф.Журавлёв етәкс. Ф.‑х.а. ысулы м‑н f‑ һәм d‑элементтарҙың составында азот булған берләшмәләр м‑н комплекстары, нитраттар, ерҙәһирәк элементтар хлоридтары булған өсәрле һыу‑тоҙ системаларында эреүсәнлеге, составында спирт һәм органик к‑талар булған шыйыҡ фазалы системаларҙа тигеҙләнеш өйрәнелә башлай, 80‑се йй. М.К.Боева тарафынан дауам ителә.

В.Н.Майстренко, Н.А.Әминева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика