ФИЗИК ХИМИЯ, химик процестар үтеү законлыҡтарын физиканың фундаменталь принциптары, теоретик һәм эксперименталь ысулдарына нигеҙләнеп аңлатыусы фән. Квант механикаһы, статистик физика һәм термодинамика, һыҙыҡлы булмаған динамика, химия физикаһы һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Ф.х. матдәләр төҙөлөшө т‑дағы тәғлимәтте, химик термодинамика, химик кинетика, квант химияһы, коллоидтар химияһы, кристалдар химияһы, лазер химияһы, плазмохимия, радиация химияһы, радиохимия, термохимия, катализ, металдар коррозияһы, есем йөҙөндәге күренештәр, эретмәләр т‑дағы тәғлимәт, физик‑химик анализ, физик‑химик механика, полимерҙар физикохимияһын, фотохимия, электрохимия, ядро химияһын һ.б. үҙ эсенә ала. Ф.х. органик булмаған химия, органик химия һәм аналитик химия, химик технологияның ҡайһы бер бүлектәре өлкәһендәге тикшеренеүҙәр өсөн теоретик нигеҙ булып тора. Ф.х. төп маҡсаты — бирелгән үҙенсәлекле берләшмәләрҙең структураһын күҙаллау, оптималләштереү өсөн химик процестарҙың тышҡы шарттарға (т‑ра, концентрация, баҫым, эреткестең тәбиғәте, ҡушылмалар, физик тәьҫир һ.б.) бәйле йүнәлешен алдан билдәләү маҡсатында һан яғынан тасуирлау. Молекуляр, фото һәм рентгеноэлектрон спектроскопия, математик модель әҙерләү, электрон нейтронография һ.б. ысулдарын ҡулланалар. Башҡортостанда тәүге физик‑химик тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. хроматография (Б.В.Айвазов), көкөрторганик берләшмәләрҙең гетероген‑каталитик әүерелештәре (В.И.Дронов, А.В.Машкина, Д.М.Ториков), углеводородтар (Б.В.Клименок, М.Е.Левинтер) өлкәһендә башлана. Республикала донъя кимәлендәге эре нефтехимик комплекстар төҙөлөүе нефть эшкәртеү процестарын, органик, полимер һәм нефтехимия синтезы реакцияларын өйрәнгәндә Ф.х. теоретик нигеҙҙәрен һәм ысулдарын киң ҡулланыуға килтерә. Нефтехимия процестарында гомоген, гетероген һәм фаза‑ара катализ (У.М.Джемилев, Р.М.Мәсәғүтов, М.Ә.Таңатаров, Г.А.Толстиков, Ю.В.Чуркин), нефттең юғары т‑раларҙағы үҙгәреше (Р.Н.Ғимаев, У.Б.Имашев, Ф.Х.Ҡудашева, Ғ.Ғ.Теләшев), полимерлашыу кинетикаһы һәм полимерҙарҙың физик химияһы (Г.П.Гладышев, Г.В.Леплянин, К.С.Минскер, Ю.Б.Монаков, Ю.А.Прочухан, С.Р.Рафиҡов), ҡатмарлы химик реакцияларҙың математик моделен әҙерләү (С.И.Спивак, А.С.Шмелёв), эретмәләр физик химияһы (Ю.В.Ергин, Ю.Е.Никитин, Ю.И.Муринов, И.С.Перелыгин, С.М.Петров), электрохимия (Р.С.Вәхитов, В.С.Колосницын) тикшерелә. Элементар химия акты физикаһы (В.А.Мазунов, О.А.Пономарёв, И.И.Фурлей, В.И.Хвостенко), тирбәлеүсе һәм хемилюминесцент реакциялар (Р.Ғ.Болғаҡов, В.П.Казаков, Г.Л.Шәрипов) өлкәһендә эштәр башҡарыла. Эксперименталь ысулдар һәм квант‑химик иҫәпләүҙәр ҡулланып ирекле радикалдар, каталитик комплекстар һ.б. лабиль интермедиаттарҙың (А.Я.Герчиков, Е.Т.Денисов, В.Д.Комиссаров, В.С.Мартемьянов, З.М.Сабиров, Р.Л.Сафиуллин, С.Л.Хурсан, В.В.Шерешовец) реакциялары тикшерелә. Ф.х. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында, Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында, Нефтехимия һәм катализ институтында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, Органик химия институтында, нефть эшкәртеү з‑дтарының, нефтехимия һәм химия пр‑тиеларының үҙәк завод лабораторияларында алып барыла. Ф.х. өлкәһендәге белгестәр 1961 й. алып БДУ‑ла әҙерләнә.

А.Я.Герчиков, В.Д.Комиссаров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика