ФИЗИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, нурланыштың (квант йәки бөртөктәр ағымы) матдә м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эффектты (сигнал) үлсәүгә нигеҙләнгән. Сигнал дәүмәлен үлсәү һөҙөмтәләре б‑са статистик эшкәртеп асыҡланған компоненттарҙың концентрацияһы һәм массаһы м‑н бәйле аналитик сигнал алына. Нурланыш төрө б‑са Ф.а.ы. беренсел (өлгө тарафынан йотолоуы һәм сәселеүе) һәм икенсел (өлгө тарафынан таралған) нурланышты ҡулланған ысулдарға; практик ҡулланышҡа бәйле — анализдың спектроскопик ысулдарына (атом‑эмиссион, ‑абсорбцион, ‑флуоресцент, электрон спектрометрия, инфраҡыҙыл, рентген, ультрафиолет спектроскопия, масс‑спектрометрия, электрон‑парамагнит резонансы, ядро‑магнит резонансы); ядро‑физика һәм радиохимия ысулына (радиоактив анализ, ядролы гамма-резонанс йәки мёссбауэр спектроскопияһы, изотоп м‑н шыйыҡландырыу ысулы), рентген дифрактометрияһына һ.б. бүленә. Ф.а.ы. өҫтөнлөктәре: башлыса пробаларҙы әҙерләүҙең һәм сифатлы анализдың ябайлығы, химик һәм физик‑химик ысулдар м‑н сағыштырғанда универсаллеге (ш. иҫ. күп компонентлы ҡатышмаларҙы анализлау мөмкинлеге), киң динамик диапазон (ш. иҫ. төп, ҡушылма һәм эҙ ҡалдырыусы компоненттарҙы билдәләү), концентрация б‑са (концентрациялау ҡулланмайынса 10‑8% тиклем), масса б‑са (10‑10—10‑20 г) табыуҙың түбән сиктәре пробаларҙы бик аҙ күләмдә ҡулланырға, ҡайһы берҙә емермәй торған анализ үткәрергә мөмкинлек бирә. 20 б. 80‑се йй. аҙ. индуктив бәйләнгән плазмалы масс-спектрометрҙар, ядролы микрозонд (тикшерелгән пробаны тиҙләтелгән ион, ғәҙәттә протон, шәлкеме м‑н бәргеләгәндә ярһытылған нурланышты теркәүгә нигеҙләнгән ысул) барлыҡҡа килә. Күпселек Ф.а.ы. арауыҡта атом дәрәжәһенә тиклем тулайым, локаль һәм ҡатламдарҙы айырым анализлауға мөмкинлек бирә. Физик ысулдар тәбиғәт объекттарын һәм техник материалдарҙы анализлағанда файҙаланыла. Башҡортостанда Ф.а.ы. ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары, пр‑тиелар (ҡара: Үҙәк завод лабораторияһы), уҡыу йорттары лаб. ҡулланыла; тәүге тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы ФА‑ның Л.В.Писаржевский ис. Физик химия ин‑тында ҡатыштырыусы өҫтәмәләрҙә ҡушылмалар барлығын асыҡлау өсөн ҡулланыла башлай. 50—60‑сы йй. Химия ин‑тында (Н.С. Любопытова, Р.Д.Оболенцев, Н.М.Поздеев, В.И.Хвостенко һ.б.) Ф.а.ы. (УФ‑ һәм Инфраҡыҙыл‑спектроскопия, микротулҡынлы һәм масс‑спектрометрия) көкөрторганик берләшмәләрҙең структураһын асыҡлар өсөн файҙаланыла. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә (Хвостенко, Н.Л.Әсфәндиәров һ.б.) матдәне тикшереүҙең яңы ысулы — электрондарҙы резонанслы эләктереп алғанда кире иондарҙың масс‑спектрометрияһы уйлап табыла, күп атомлы молекулаларҙың кире иондарының барлыҡҡа килеү һәм диссоциация процестары тикшерелә. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (К.М.Вайсберг, Э.А.Круглов, И.И.Шабалин һ.б.) УФ‑спектроскопия — нафталин сығарылмаларын, төрлө фракцияларҙағы ароматик углеводородтарҙың индивидуаль составын; Инфраҡыҙыл- спектроскопияны 2‑этилгексанол һәм пиромеллит диангидриды синтезының ярым продукттарын асыҡлау, кумолдың техник гидроперекисының термик тарҡалыуы продукттарын билдәләү һ.б. өсөн файҙаланыла. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында (М.А.Икрина, М.И.Коллегова, В.Д.Симонов һ.б.) спектраль ысулдар м‑н хлорорганик берләшмәләрҙең структураһы асыҡлана. Шулай уҡ ҡара: Оптик анализ ысулдары.

Әҙәб.: Д а в ы д о в а А.Л., В а й с б е р г З.М. Фотоэлектрические методы анализа чёрных, цветных металлов и руд. Уфа, 1943.

В.Н.Майстренко

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Текст на русском языке