• Печать

ФИЕЛЬСТРУП Фёдор Артурович (19.1.1889, С.‑Петербург — 7.12.1933, Ленинград), шәрҡиәтсе, этнограф. Император Петроград ун‑тын тамамлағандан һуң (1916), Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында эшләй. 1918—30 йй. СССР ФА‑ла: СССР һәм уға сиктәш илдәр халҡының ҡәбилә составын өйрәнеү комиссияһы ағзаһы; бер үк ваҡытта 1921 й. алып Рус музейының Этнография бүлегендә (бөтәһе лә — Ленинград ҡ.) хеҙм‑р, 1920—21 йй. Томск ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һ.б. төрки телле халыҡтарҙың этнографияһын өйрәнеүгә арналған. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Көньяҡ Америка һ.б. илдәргә фәнни экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, 20 б. башында Урал буйында йәшәгән башҡорт, мари, мишәр, мордва, сыуаш, татар, типтәр, удмурт, украин, урыҫ һ.б. халыҡтарҙың этник составы күрһәтелгән картаһын төҙөгән. 1933 й. репрессиялана, 1958 й. аҡлана. Рус география йәмғиәтенең Кесе көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Этнический состав населения Приуралья с этнографической картой и дополнениями к ней // Труды Комиссии по изучению племенного состава населения СССР и сопредельных стран АН СССР. Т.2. Л., 1926; Из обрядовой жизни киргизов начала XX века. М., 2002.

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Текст на русском языке