ФИЕЛЬСТРУП Фёдор Артурович (19.1.1889, С.‑Петербург — 7.12.1933, Ленинград), шәрҡиәтсе, этнограф. Император Петроград ун‑тын тамамлағандан һуң (1916), Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында эшләй. 1918—30 йй. СССР ФА‑һында: СССР һәм уға сиктәш илдәр халҡының ҡәбилә составын өйрәнеү комиссияһы ағзаһы; бер үк ваҡытта 1921 й. алып Рус музейының Этнография бүлегендә (барыһы ла — Ленинград ҡ.) хеҙм‑р була, 1920—21 йй. Томск ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡаҙаҡ, ҡырғыҙһәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың этнографияһын өйрәнеүгә арналған. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Көньяҡ Америка һ.б. илдәр буйлап йөрөгән фәнни экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, 20 б. башында Урал буйында йәшәгән башҡорт, мари, мишәр, мордва, сыуаш, татар, типтәр, удмурт, украин, урыҫһ.б. халыҡтарҙың этник составы күрһәтелгән картаһын төҙөгән. 1933 й. репрессиялана, 1958 й. аҡлана. Рус география йәмғиәтенең Кесе көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Этнический состав населения Приуралья с этнографической картой и дополнениями к ней //Труды Комиссии по изучению племенного состава населения СССР и сопредельных стран АН СССР. Т.2. Л., 1926; Из обрядовой жизни киргизов начала XX века. М., 2002.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика