ФӘХРЕТДИНОВ Ривәл Нуретдин улы (3.3.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Иҫке Елдәр а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Елдәр а.), биолог. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (1996), БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Химия ин‑тында (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1987 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: дир. урынбаҫары, 1993 й. — директор. 1998 й. алып “КогалымНИПИнефть” ААЙ дир. урынбаҫары; 2000 й. — “Венсис” мәғлүмәттәр системаһы лаб. президенты (Һамар ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре нефттең металл‑порфирин комплекстарын өйрәнеүгә, юғары аминдарҙы синтезлауға һәм уларҙы нефть сәнәғәтендә химик реагенттар сифатында файҙаланыу, нефть сығарыу ятҡылыҡтарын проектлау б‑са программа м‑н тәьмин итеүҙе булдырыуға арналған. Ф. ҡатнашлығында үҫемлектәрҙең Бисол иммуномодуляторы һәм уның гербицидтар м‑н глифен, глипофен, метафен композициялары (Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑ты м‑н берлектә, Мәскәү); нефть табыуҙы интенсификациялау өсөн РВП‑3П‑1 маркалы реагенттар, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыусы СНО‑3, СНО‑4 маркалы өҫкө йөҙҙә актив матдәләр эшләнә; нефть ятҡылыҡтарын мониторингылау өсөн ТРИАС һәм ЕОR программалары уйлап табыла. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1979). 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, 120 уйлап табыу авторы.

 У.М.Джемилев

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Яндекс.Метрика