ФЕРОМОНДАР, биологик актив матдәләр, хайуандарҙың махсус биҙҙәре тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә бүлеп сығарыла һәм ш. уҡ (ҡайһы берҙә ҡәрҙәш) биол. төр заттарына хас холоҡто йәки үҫеш процесын барлыҡҡа килтерә. Енес (аттрактанттар һәм афродизиактар; күберәк өйрәнелгән), аҙыҡ, агрегацион, хәүеф, эҙ, соц. (мәҫ., ҡырмыҫҡалар һәм бал ҡорттарын айырыу) Ф. айырыла; ҡайһы берҙәренең тәьҫире гормондарға оҡшаған. Химик тәбиғәте б‑са Ф. органик берләшмәләрҙең төрлө кластарына ҡарай, моно‑ һәм политуйындырылмаған C6—C30 углеводородтар һәм уларға тап килгән спирттар, альдегидтар (ҡара: Карбониллы берләшмәләр), к‑талар, ш. уҡ эпоксидтар, терпеноид һәм терпеноид‑ацетогенин структуралар киң таралған. Тәбиғи Ф. күпселеге — күп компонентлы ҡатышмалар, уларҙың әүҙемлеге (һауала 1012 мг/мл тиклем концентрацияла 3 км тиклем тәьҫир итә) һәм төр үҙенсәлеге структураға (мәҫ., молекулаларҙың икеләтә бәйләнештәренең һәм хираль үҙәктәренең конфигурацияһы), компоненттарҙың нисбәтенә, изомер составына бәйле. Ф. балыҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, ҡойроҡло ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙә, имеҙеүселәрҙә (хайуандарҙың үҙ‑үҙен тотошо м‑н идара итеүҙең эффектив саралары) табылған, ҡоштарҙа билдәһеҙ. Башлыса бөжәктәрҙең Ф. өйрәнелгән, тәүҙә инә тут ебәк күбәләгенең енес Ф. — бомбикол — (E)‑10,(Z)12‑гексадекадиенолдың структураһы асыҡлана; 450‑нән ашыу төрҙөң Ф. идентификациялана. Бөжәктәрҙең һанын иҫәпләү йәки ҡоротҡостарҙы күпләп бөтөрөү (ата бөжәктәрҙе ҡырыү ысулы) өсөн Ф. диспенсер сифатында (составында бер нисә мг синтетик Ф. булған препарат) инсектицид һәм энтомологик елем м‑н бергә тоҙаҡта файҙаланыла, ҡауышыу ваҡытында уларҙы яңылыштырыу өсөн күберәк дозала ҡулланыла (ҡара: Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы). Башҡортостанда 70‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков һәм В.Н.Одиноков етәкс. үҫемлекселеккә иң ҙур зарар килтергән бөжәктәр Ф. синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, А.Г.Толстиков, В.Р.Әхмәтова һ.б.). БДАУ (Ә.Ғ.Маннапов һ.б.), Башҡ‑н урман тәж. ст. (Д.В.Әмирханов һ.б.) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә бал ҡорттарының йәшәйешенә идара иткән Ф. препараттары серияһы (апимил, аписил, меллан, уфамил) эшләнә, улар Умартасылыҡ станцияһы умарталыҡтарында һынау үтә. Органик химия ин‑ты ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженерлыҡ үҙәге м‑н берлектә феромондар (ҡара: Аҙ күләмле химия продукттары) сығара. ӨДНТУ‑ла 80‑се йй. аҙ. алып В.В.Зорин етәкс. Ф. өсөн оптик актив синтондар алыуҙың энантиоселектив ысулдарын уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла

Әҙәб.: Л е б е д е в а К.В., М и н я й л о В.А., П я т н о в а Ю.Б. Феромоны насекомых. M., 1984; О д и н о к о в В.Н., С е р е б р я к о в Э.П. Синтез феромонов насекомых. Уфа, 2001; Семиохемики в защите зерна и продуктов его переработки от вредных насекомых. Уфа, 2005.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.