ФЕНОЛ‑ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, фенолдың формальдегид м‑н поликонденсацияһының олигомер продукттары, уларҙың ҡатыуы һөҙөмтәһендә ҡораулы полимерҙар барлыҡҡа килә. Синтез ысулына (катализатор тибы, компоненттарҙың нисбәте һ.б.) бәйле резол (термореактив) һәм яңы лак (термопласт, ҡатырғыс булғанда термореактивҡа әүерелә) Ф.‑ф.ы. айырыла. Ҡатҡан Ф.‑ф.ы. күп к‑таларға тотороҡло, ныҡ, йылыға бирешмәй (200°С тиклем), органик эреткестәрҙә һ.б. эремәй. 100°С тиклем т‑раларҙа периодик (резолдар) йәки өҙлөкһөҙ (яңы лак) һыҙыҡлы йәки аҙ тармаҡланған структуралар, олигомерҙарҙың уртаса мол. м., актив метилол (резолдар өсөн) һәм гидроксил (яңы лактар өсөн) төркөмдәр һаны м‑н көйләнә торған схемалар б‑са синтезлана. Һыу‑эмульсиялы һәм һыуһыҙландырылған (органик эреткестәрҙәге эретмә, ҡаты матдә) формаларҙа сығарыла. Ф.‑ф.ы. физик‑химик модификациялап [тейешле алкил(арил)фенол, каучук, поливинилхлорид, поливинилбутираль ҡушып] майҙар м‑н насар ярашыу, ыуалыусанлыҡ, һыуға аҙ сыҙамлылыҡты, түбән адгезия һ.б. бөтөрәләр. Төрлө пластик массалар — фенопластар һәм күбек фенопластар, лак һәм лак‑буяу материалдары, полимер елемдәр, герметиклаштырыусы составтар, химик сүстәр һ.б.; резолдар — композицион материалдар етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда Ф.‑ф.ы. өсөн сеймал булған фенолды Уфаоргсинтез” ААЙ, резолдарҙы Өфө фанер‑плита комбинаты үҙе өсөн сығара. Республикала Ф.‑ф.ы. ағас плита, быяла пластиктар етештереүҙә бәйләүсе материал; ш. уҡ машиналар эшләү, электротехника сәнәғәттәрендә (Өфө агрегат производство берекмәһе, “Электроаппарат” ААЙ һ.б.) фенопласт изделиелар сифатында ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында Ф.‑ф.ы. сеймал базаһын киңәйтеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.И. Ильясова, Ю.А.Сангалов). Ф.‑ф.ы. “шәхси” фенол ыҫмалаһы нигеҙендә синтезлау өсөн күп формальдегид һәм фенолспирттар конденсацияһының юғары т‑раһы кәрәк; алынған продукттарҙы композицияларҙа стандарт Ф.‑ф.ы. өҫтәмәләре м‑н генә ҡулланырға мөмкин. Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы лак Ф.‑ф.ы. алыу өсөн сеймал итеп составында 30%‑ҡа тиклем фенол ыҫмалаһы — “Уфаоргсинтез” пр‑тиеһының фенол һәм ацетон етештереүҙәге өҫтәмә продукттары — булған фенолды ҡулланырға тәҡдим ителә. Алынған Ф.‑ф.ы. СФ‑010 маркалы ыҫмалаларға оҡшаш, әммә составында ҡалдыҡ фенол 3—6 тапҡыр аҙыраҡ һәм пресс‑онтаҡтар, дөйөм техник тәғәйенләнешле фенопластар етешетереү өсөн яраҡлы.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Текст на русском языке