ФЁДОРОВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ уртаһына ҡарай. Фёдоровка ҡасабаһы (Силәбе ҡ. составына инә) эргәһендә Мейәс й. уң ярында урынлашҡан. 1936 й. К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Ҡурғандар (диам. 5—28 м, бейеклеге 0,1—2,5 м) таш ҡойма, соҡор м‑н уратып алынған. 128 ҡурған теркәлгән, 6-һы тикшерелгән, һәр ҡайһыһында 1—2 ҡәбер табылған. Ерләү ҡоролмалары стеналары таш йәки ағас м‑н көпләнгән (ш. уҡ буралар ҙа осрай), ағас япмалы ҡәбер соҡорҙарынан (тәрәнлеге 0,8—1,3 м) тора. Мәйетте яндырыу йолаһы үҙенсәлекле. Ҡәбер соҡорҙарының көнсығыш өлөшөндә — көл һәм ҡорбан ителгән мал (башлыса аттар) һөйәктәре, көнбайышында һауыттар; бер соҡорҙа эт һөлдәһе табылған. Керамика тешле штамп м‑н төшөрөлгән геом. орнаментлы (өсмөйөштәр, ромбтар, кәкерсәк һыҙыҡтар) көршәк һымаҡ һауыттарҙан; ҡыя һыҙыҡтар, өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән оҙонса түңәрәк һәм дүрткел формалағы тотҡалы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Фёдоровка мәҙәниәтен билдәләү өсөн эталон булып иҫәпләнә; Силәбе өлк. тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Сальников К.В. Андроновский курганный могильник у с.Фёдоровка Челябинской области //Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1940. №1.

Т.С.Малютина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика