ФЁДОРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты дәүере археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 14 б. 2‑се ярт. — 12 б. 1‑се ярт. инә. Фёдоровка ҡәберлеге исеме м‑н аталған. Андрон мәҙәни-тарихи берлегенә инә. Башлыса Урал м‑н Иртыш йй. араһында (ҡара: Приплодный Лог, Путиловка биләмәһе) таралған, ҡайһы бер ҡомартҡылар Көньяҡ Урал һәм Волга буйында осрай. Башҡортостанда Ф.м. керамикаһы Усман торамаларында, Таулыҡай торамаһында, Бикеш ҡурғандарында, Николаевка ҡәберлегендә һ.б. табылған. Торамалар тәпәш һыу баҫмай торған киртләстәрҙә урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Ярым ер өйҙәр йәки усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булған тура мөйөшлө йәки квадрат рәүешендәге ер өҫтөндә төҙөлгән бағана конструкциялы ҡоролмалар (майҙаны 30—200 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика көршәк рәүешендәге ауыҙы тышҡа ҡарай бөгөлгән һәм тешле штамп м‑н һалынған ҡыя өсмөйөштәр, ромбтар, кәкерсәк һыҙыҡтар рәүешендәге геом. орнаментлы һауыттарҙан (ҡәберлектәрҙә табылған); тешле һәм яҫы штамп м‑н һырҙар, бәләкәй соҡорло биҙәк төшөрөлгән көршәк һәм банка рәүешендәге һауыттарҙан (торамаларҙа); тотҡаслы тура мөйөшлө һауыт-һабанан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Ҡурғандар түңәрәк йәки дүрткел таш ҡойма м‑н урап алынған, эргәһендә һынташтар осрай. Ерләү ҡоролмалары стеналары таштан йәки ағастан һалынған (ш. уҡ буралар осрай) ағас япмалы ҡәбер соҡорҙарынан ғибәрәт; кремациялау йолаһы осрай. Ҡәберҙә ҡорбанға салынған малдың һөйәктәре булыуы ошо хаҡта һөйләй. Ҡәберҙә ҡорал (ике яғы үткер бронза хәнйәрҙәр), эш ҡоралдары (бронза ураҡтар, балталар, тире эшкәртеү өсөн һөйәк ҡоралдар), ат егеү кәрәк-ярағы (һөйәк һәм мөгөҙ ауыҙлыҡтар), биҙәүестәр (алтын, баҡыр сикә суҡтары, ҡойолған беләҙектәр, киң ҡашлы һырғалар) табылған. М.Ф.Косарев, Т.М. Потёмкина, М.Ф.Обыдённов фекеренсә, Ф.м. халҡы — уғырҙарҙан (ҡара: Фин-уғыр ҡәбиләләре), Е.Е.Кузьмина һ.б. фекере б‑са, һинд-иран ҡәбиләләренән торған. К.В.Сальников Ф.м. Андрон мәҙәни-тарихи берлеге үҫеше этаптарының береһе, тип иҫәпләй, В.С.Горбунов, В.С. Стоколос, Кузьмина Алакүл мәҙәниәтенә тиң үҙ аллы мәҙәниәт, тип билдәләй. Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡандар. Ф.м. вәкилдәре Межа мәҙәниәте (Урта Уралда), Сарғары мәҙәниәте (Көньяҡ Уралда һәм Төньяҡ Ҡаҙағстанда), Черкаскүл мәҙәниәте (урманлы Урал аръяғында) халыҡтарының формалашыуында ҡатнашҡан. Малсылыҡ, металл эшкәртеү һәм игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Өйрәнеүселәр: Горбунов, Г.Б.Зданович, Т.С.Малютина, Ю.А.Морозов, Стоколос, Н.Г.Рутто һ.б.

Әҙәб.: Древняя история Южного Зауралья. В 2 т. Т.1. Челябинск, 2000.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.