ФЁДОРОВ Виктор Степанович (29.5.1912, Кубань өлк. Армавир а. — 1.2.1990, Мәскәү), инженер‑технолог, дәүләт эшмәкәре. Техник ф. канд. (1938). Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). Грозный нефть ин‑тын тамамлаған (1932). 1957—58 йй. Башҡ‑н ХХС‑ы рәйесе, 1965—85 йй. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министры. Ф. етәкс. илдә тәүге тапҡыр каталитик крекинг ҡулайламаһы үҙләштерелә; Ангарск, Салауат, Түбәнге Кама һ.б. ҡалаларҙа эре нефтехимия пр‑тиелары; төрлө пр‑тиелар базаһында — берекмәләр (ҡара: Белорет металлургия комбинаты,“Сода”) булдырыла. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1942, 1948, 1952). Ленин (1942, 1944, 1948, 1952, ?), Октябрь Революцияһы (1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.К.Ляпина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика