ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ, ҡоротҡос бөжәктәрҙән үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың (а.‑х., урман, декоратив) интеграциялы ысулының биол., химик һәм техник саралар ҡулланыуҙы индергән ҡушма өлөшө. Айырым бөжәк төрҙәренең үҙ‑үҙен тотошона ҡарап уларҙы йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн билдәле физик (тауыш, яҡтылыҡ, төҫ), химик (алдатҡыс ем, аттрактанттар, репелленттар, феромондар) ҡуҙғытҡыстарҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. иҫкә алына (Германияла рапс сәсеүлектәрендә төҫлө ауҙар ҡулланыу). Ү.б.һ.ы. фәнни концепцияһы формалашыуына органик синтез, биоорганик химия һәм энтомология өлкәһендәге ҡаҙаныштар (бөжәктәрҙең ювениль гормондарын һәм феромондарын бүлеп алыу, идентификациялау, ҡайһы бер тәбиғи биологик актив матдәләрҙең тәбиғәттә төрҙәрҙең эске, тышҡы бәйләнештәренең координация һәм регуляцияға йоғонтоһон асыҡлау һ.б.) булышлыҡ итә. Башҡ‑нда 80‑се йй. Ү.б.һ.ы. барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше биол. актив матдәләрҙе синтезлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең киңәйеүенә һәм тәрәнәйеүенә, яңы энтомологик елемдәр эшләүгә бәйле. Экологик яҡтан зарарһыҙ ысул Биохимия һәм цитохимия бүлеге (В.А.Вәхитов, Д.В.Әмирханов), Химия ин‑ты (ҡара: Органик химия институты), Нефтехимия һәм катализ ин‑ты (В.Н.Одиноков, Ю.А.Сангалов), Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин-ты һәм РФА‑ның Төп ботаника баҡсаһы (икеһе лә — Мәскәү) ғалимдары тарафынан эшләнгән. Ҡайһы бер биотехник сараларҙың һайлаулы йоғонтоһо тотоп алыу һәм юҡ итеү урындарына бер йәки бер төр бөжәктәрҙе генә йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Был бигерәк тә карантинлы ҡоротҡостарҙы табыу, айырым төрҙәрҙең һанын контролдә тотоу (хатта айырым затты теркәп була) йәки ҡайһы бер бөжәк популяцияларының таралыу сығанағын асыҡлау өсөн һөҙөмтәле. Биотехник саралар: төҫлө, йәбешкәк феромонлы ауҙар (ш. иҫ. тотҡос билбауҙар) һ.б. ҡулланыла. Органик химия ин‑тында, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында энтомологик елемдең, феромонлы препараттарҙың күп булмаған партиялары алына һәм илдең башҡа төбәктәренә ебәрелә. Респ. Ү.б.һ.ы. “Алексеевка” ДУАХП‑нда, “Башҡортостан cәскәләре” ЯАЙ‑нда һәм теплица хужалыҡтарында (оранжерея аҡ ҡанатлы көйәһе м‑н көрәшеү өсөн; ҡара: Тигеҙ ҡанатлы томшоҡлолар), урмандарҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән (ҡабыҡ аҫты ҡандалаһы, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б.) һаҡлар өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Сангалов Ю.А. Биотехнический метод защиты растений //Новые средства и методы защиты растений: сб. науч. тр. Уфа, 1992.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика