ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, молекулалары 1, йышыраҡ 2 һәм унан күберәк эйәртеүле бәйләнешле системаһы булған, составында гидроксил төркөмдәр булған планар циклдарҙан торған тәбиғи берләшмәләр. Ү.а.б. ябай һәм күп атомлы фенолдар, флавоноидтар, кумариндар, хромондар, антрахинондар, лигнандар, гидролизланыусы һәм конденсирланған танниндар, алкалоидтар, сапониндар (ҡара: Гликозидтар), витаминдар, лигнин һ.б. инә. Ү.а.б. япраҡ, сәскә һәм емештә, тамыр һәм тамырһабаҡта, ҡабыҡта һәм үҙағаста бар. Күҙәнәк алмашыныуының актив метаболиттары булып тора, төрлө физиол. процестарҙа: фотосинтез, тын алыу, үҫеүҙә ҡатнаша; организмдың инфекцион ауырыуҙарға тотороҡлолоғон арттыра. Ү.а.б. юғары биол. активлыҡҡа эйә (нейро‑эндокрин регуляцияһы системалары: гипофиз‑ һәм симпатик‑адренал, холинэргик системаларға йоғонто яһай), дарыуҙар, аҙыҡ өҫтәмәләре, антиоксиданттар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостан флораһы составында ароматик берләшмәләр булған һәм дауалау препараттары алыу өсөн сеймал булып торған (асыҡ ҡыҙыл энәлек, ябай мәтрүш, биш айырсалы арыҫлан ҡойроғо, үрмәле ҡанүлән, ат ҡуҙғалағы һ.б.) үҫемлектәргә бай. Медицина университетында (Р.М.Кирәева, Х.М.Насиров) һәм “Иммунопрепарат" пр‑тиеһында (К.А.Лоҡманова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин) полифеноллы берләшмәләр, витаминдар, аминокислоталар һ.б. тотороҡло сәсеү люцернаһын тикшереү алып барыла.

Әҙәб.: Землинский С.Е. Лекарственные растения СССР. 3‑е изд., испр. и доп. М., 1958; КучеровЕ.В., Лазарева Д.Н., Десяткин В.К. Лекарственные растения Башкирии: их использование и охрана. Уфа, 1989; Никитина Т.И., Насыров Х.М. Фитология: лекарственные растения в научной медицине. Уфа, 1993.

Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика