ҮҘӘК ЗАВОД ЛАБОРАТОРИЯҺЫ, сәнәғәт пр‑тиеһындағы лаб. комплексы, лаб. контроль, фәнни‑тикшеренеү һәм эксперименталь‑производство эштәрҙе башҡара. Ү.з.л. бурыстары производствоның үҙенсәлектәренә һәм күләменә бәйле. Ү.з.л. сеймал, яғыулыҡ сифатын, технологик процесс ваҡытында материалдарҙың химик составы үҙгәреүен, физик характеристикаларҙы, ағынты һыуҙарҙың һәм газ ташландыҡтарының ҡушылмаларын анализлай, бракты күҙаллау, цехтарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн продукцияның механик үҙенсәлектәрен һынай. Продукцияның сифатын күтәреү, материалдарҙы, яғыулыҡты экономиялау, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн технологик процестарҙы камиллаштырыу, сеймалдың яңы төрҙәрен эҙләү һәм улар нигеҙендә продукция эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып бара (тармаҡ фәнни‑тикшеренеү учреждениелары м‑н берлектә). Цех һәм экспресс лаб. эше м‑н методик етәкселек алып бара, производство талаптарына ярашлы технологик инструкциялар, карталар төҙөй. Эшкәртеүсе пр‑тиеларҙа ҡорамалдарҙың коррозия сәбәптәрен өйрәнәләр, ҡулланылған мөхиттең коррозион активлығын кәметеү ысулдарын эшләйҙәр, авария булдырыусы ситуацияларҙы анализлайҙар һәм уларҙы бөтөрөү б‑са тәҡдимдәр индерәләр. Ҡара металлургия пр‑тиеларында контроль функциялар химик, металлографик, механик һынау, спектраль, дефектоскопия һ.б. лаб. үтәлә. Техник тикшеренеү эштәре домна, ҡорос иретеү, прокат, ш. уҡ махсус металл өйрәнеү, физик, рентген һ.б. лаб. үткәрелә. Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү сәнәғәте Ү.з.л., ҡара металлургия Ү.з.л. составы нигеҙҙә бер иш. Күп кенә пр‑тиеларҙа лак, буяу, май, яғыулыҡ, коррозия, форма биреүсе материалдар һ.б. химик‑технологик лаб. бар. Термик, ҡойоу, тимерлек‑преслау, пластик массалар һ.б. технологик лаб. ҡарай. Химия сәнәғәтендә Ү.з.л. составына эре аналитик лаб. (бүлектәр), физика‑химия бүлеге, анализдың яңы ысулдарын уйлап табыусы һәм махсус тикшеренеү технологик лаб. (бүлектәр) инә. Ү.з.л. составына йыш ҡына рентген структур анализ, электрон микроскопия, дефектоскопия (ультратауыш, магнит һ.б.) һәм башҡа лаб. инә (приборҙарҙы контроль‑үлсәү һәм автоматика лаб. күп осраҡта Ү.з.л. составына инмәй). Башҡортостанда Ү.з.л. машиналар эшләү, микробиология сәнәғәте, нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенең башҡа тармаҡтары пр‑тиеларында ойошторолған. Күп пр‑тиеларҙа Ү.з.л. нигеҙендә ғилми‑тикшеренеү йәки ғилми‑технологик үҙәктәр булдырылған. Тәүге цех лаб., ш. иҫ. Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (ҡара: Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты), 20 б. 30‑сы йй. ойошторола (ҡара: Химик анализ). Өфө крекинг заводында (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) лаб. тәүге етәксеһе К.П.Лавровский була. 50‑се йй. Стәрлетамаҡ сода з‑дында (ҡара: “Сода”; 1950 й. алып, тәүге етәксеһе И.А.Легенченко), 18‑се комб‑тта (ҡара: “Салаватнефтеоргсинтез”; 1952 й. алып, тәүге етәксеһе Ф.И.Сенчук), Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында  (ҡара: “Каучук”; 1959 й. алып, тәүге етәксеһе А.Г.Лиакумович), Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”; 1959 й. алып) һ.б. Үҙәк завод лаб. булдырыла.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Яндекс.Метрика