УСТЬЕ I, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 20—17 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Горный ҡасабаһынан көньяҡ- көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Түб. Туғаҙаҡ й. (Уй й. басс.) уң ярында урынлашҡан. 1983 й. С.В.Вершинина тарафынан асыла, 1984—90 йй. Н.Б.Виноградов өйрәнә. 3000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Күп ҡатламлы торамалар иҫәбенә инә. Һынташты мәҙәниәте ҡатламы оҙонса түңәрәк майҙанда урынлашҡан һаҡланыу ҡоролмаларынан тора, тип фараз ителә. Петровка мәҙәниәте ҡатламының һаҡланыу ҡоролмалары (стена һәм соҡор) дүрткел майҙанда урынлашҡан; ҡапҡа ҡалдыҡтары табылған. Стеналар буйлап (эс яҡтан) бағана конструкциялы тура мөйөшлө торлаҡтар (майҙаны 50—100 м2) урынлашҡан, улар балсыҡ тултырып һалынған стеналар м‑н бүленгән була, торлаҡтың үҙәк урамға сығыу урыны ауыш итеп эшләнгән, эс яҡтан ул күсәр һыҙығы буйлап урынлашҡан. Торлаҡтар кеше йәшәй торған һәм хужалыҡ яғына бүленгән, иҙән ағастан һалынған, тип фараз ителә; хужалыҡ яғының уртаһында түңәрәк ҡоҙоҡ, йәнәшәлә металлургия горндары урынлашҡан. Керамика Һынташты мәҙәниәте (тальк һәм шамот ҡушып яһалған, көршәк йәки банка формаһындағы ауыҙҙары тышҡа ҡарай ныҡ бөгөлгән һәм эстә ҡыры булған, шыма, тешле штамптар ярҙамында һыҙып һәм баҫып төшөрөлгән геом. орнамент м‑н биҙәлгән), Петровка мәҙәниәте, ш. уҡ Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡорбан килтереү комплексы ҡалдыҡтары (торлаҡ эсендә һәм ишек м‑н йәнәш бала ҡәберҙәре; кремация эҙҙәре, хайуан һөйәктәре) табылған. Ҡорал (таш уҡ башаҡтары), эш ҡоралдары (таш төйгөстәр, сүкештәр, мәғдән ваҡлағыстар, абразивтар, һөйәк тишкестәр, шымартҡыстар, тупар балталар), металлургия эҙҙәре (шлак, баҡыр киҫәктәре, малахит, азурит, балсыҡ сопло, тигель, сүмес, баҡыр бысаҡ, ҡасау, беҙҙәр һ.б.) табылған. Халҡы металл эшкәртеү, көтөү малсылығы м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары Силәбе пед. ун‑ты фондында һаҡлана.

Тәрж. Д.К.Үзбәков