УНГЕР Феликс Гергардович (27.3.1937, Украина ССР‑ы Тиге а.), инженер‑электрик. Химия ф. д‑ры (1984), проф. (1988). Урал политехник ин‑тын (Свердловск ҡ., 1964) тамамлаған. 1959 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй. 1964 й. башлап Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — сектор етәксеһе, 1969 й. — масс‑спектрометрия һәм радиоспектроскопия лаб. мөдире. 1986 й. алып бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап СССР ФА Себер бүлексәһенең Нефть химияһы ин‑тында (Томск ҡ.) баш ғилми хеҙм‑р, Томск ун‑тының физик һәм коллоид химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре электронлы‑парамагнит резонанс, ядро‑магнит резонанс, рентген дифракцияһы, масс‑спектрометрия ысулдары м‑н нефть дисперслы системаларын, ыҫмалаларҙы, асфальтендарҙы тикшереүгә; нефть сеймалын эшкәртеү технологияһына арналған. У. тарафынан парамагнетизм, нефть дисперслы системаларының, һыу ҡатылығы тоҙҙарының спин тәбиғәте, нефть һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар һыйындырған тоҡомдар барлыҡҡа килеү механизмы табыла. Нефть дисперслы системаларының парамагнит молекулалары физик химияһы б‑са фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы (1984). 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Фундаментальные аспекты химии нефти. Природа смол и асфальтенов. Новосибирск, 1995 (авторҙ.); Оценивание параметров эмпирических зависимостей методом центра неопределённости. Новосибирск, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров