УЛЕНДЕЕВА Анна Дмитриевна (17.8.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кривой Ключ ҡсб), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1959 й. алып Салауат икмәк з‑дында эшләй, 1963 й. — 18‑се комб‑тта (Салауат ҡ.), 1965—2006 йй. Органик химия ин‑тында: 1980 й. башлап өлкән, 2000 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре РФ һәм Ҡаҙағстан нефттәрендәге сульфоксидтарҙы, сульфондарҙы, кремний һәм алюмин оксидтары өҫкө йөҙө химияһының көкөрттөң төрлө берләшмәләренең тәьҫир итеү механизмына йоғонтоһон тикшереүгә арналған. У. тарафынан көкөрторганик берләшмәләрҙе һәм ҡайһы бер металдарҙы бүлеп сығарыу, айырып алыу һәм анализлау ысулдары; сәнәғәт ағынты һыуҙарында ауыр металдарҙы туплаусы модификацияланған сорбенттар тәҡдим ителә. У. ҡатнашлығында углерод сеймалының дисульфидтарын, шулай уҡ кетондарҙы алкилтиометиллаштырыу м‑н нефть, газ эшкәрткәндәге эшкәртелгән сульфид‑һелтеле эретмәләрен меркаптанһыҙлаштырыу һәм көкөртлө водородты алып ташлауҙың фәнни нигеҙҙәре булдырыла; алифатик рәт кето‑ һәм дикетосульфидтарын, тиамоно‑, тиабицикландар, уларҙың сығарылмаларын йүнәлешле синтезлау ысулдары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Синтез и фармакологические свойства 4‑метил‑1‑(метилсульфинилметил)‑7‑тиабицикло[3.3.1]нон‑3‑ен‑2‑он‑7‑оксида //Химико‑фармацевтический журнал. 2004. Т.38. №12 (авторҙ.); Синтез из природных меркаптанов производных γ‑кетосульфидов //Нефтехимия. 2006. Т.46. №2 (авторҙ.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров