УЛАҠ I, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. — ш. уҡ мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Улаҡ шишмәһенең (Оло Урғаҙа й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1996 й. Н.С.Савельев тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 2003 й. В.Г.Котов, Савельев тикшерә. Торама (майҙаны 1,5 мең м2) ур (диам. 90 м, бейеклеге 0,15—0,85 м, киңлеге 22 м тиклем) м‑н уратып алынған, төньяҡтан дренаж канауы (оҙонлоғо 220 м, киңлеге 1,5—2 м, тәрәнлеге 0,2—0,6 м), ялан яғынан соҡор (киңлеге яҡынса 5 м, тәрәнлеге 0,1—0,15 м) м‑н һаҡланған, торама ҡапҡаһы көнбайыштан булған. Көнсығыштан урға түңәрәк таш ҡойма (диам. 20 м, киңлеге 2 м тиклем) килеп ҡушыла, ул торамаға 2 таш стена (оҙонлоғо 9, 18 м, бейеклеге 0,2 м) м‑н тоташа. Башлыса тура мөйөшлө 28 торлаҡ нигеҙе табылған, уларҙың 16‑һы радиаль, 6‑һы диагональ б‑са, 3‑өһө төньяҡ-көнбайышта, 3‑өһө урҙың тыш яғынан ишек янында урынлашҡан. Шулай уҡ тура мөйөш, түңәрәк формаһындағы 16 таш түшәмә, 2 таш плита, фараз б‑са, һынташтар табылған. Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡомартҡының Көньяҡ Урал аръяғы далаларындағы нығытылған торамалар (Арҡайым, Һынташты һ.б.) м‑н оҡшашлыҡтары бар. Материалдар Ғилми-производство үҙәгендә һаҡлана.

Әҙәб.: Савельев Н.С., Яминов А.Ф. Улак-1 - новое укреплённое поселение эпохи бронзы в Башкирском Зауралье //Народы Южного Урала и их соседи в древности и средневековье. Уфа, 2004.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков