УКРАИНДАР (үҙ атамаһы украиндар), халыҡ, Украинаның төп халҡы. У. һаны 1989 й. Украина ССР‑ында — 37,5 млн, РСФСР‑ҙа — 4,36 млн; 2002 й. РФ‑та — 2,94 млн кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны — 74,9 мең; БР‑ҙа 2002 й. — 55,2 мең кеше. Айырыуса Өфө (17,7 мең кеше), Стәрлетамаҡ (6,6 мең), Салауат (3 мең) ҡҡ., ш. уҡ Шишмә (1,7 мең), Әлшәй (1,7 мең), Стәрлетамаҡ (1,3 мең) һәм Иглин (1 мең) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. У. бер өлөшө украин телендә, ҡайһы берҙәре башҡорт телендә, татар телендә, белорус телендә һөйләшә; күпселеге урыҫ телен туған теле тип иҫәпләй. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота.

Башҡортостанда украин казактары (“черкас казактары” йәки “черкастар”; ҡара: Казак ҡатламы) тәүге тапҡыр 17 б. башында Өфө бастругында хеҙмәтле кешеләр араһында телгә алына. У. даими йәшәгән торамалары 18 б. уртаһында императрица Анна Иоанновнаның украин казактарына Ырымбур губернаһына күсергә рөхсәт биреүсе 1739 й. Указынан һуң барлыҡҡа килә. Украиндар башлыса Ырымбур сик һыҙығы буйында ҡарауыл хеҙмәте үтәгән, ҡәлғәләр төҙөү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. У. күпләп күсенеүе (башлыса Полтава, Чернигов, Подольск, Харьков губ. күскенселәр; ҡара: Күскенселек хәрәкәте) Крәҫтиән реформаһынан һуң башлана һәм Столыпин аграр реформаһы ваҡытында көсәйә. Күскенселәр ерҙе ҡуртымға, йәки, ширҡәттәргә ойошоп (3 йәки күберәк ғаилә), Крәҫтиән ер банкыһының аралашлыҡ хеҙмәте ярҙамында һатып алғандар һәм, кемдең нисә пай индереүенә ҡарап, үҙ‑ара бүлешкәндәр. У. айырыуса Бәләбәй өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә, Өфө өйәҙендә тупланып йәшәгән. 1912—13 йй. һәр йорттан халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са Өфө губернаһында 56,9 мең У. теркәлгән; Башҡортостанда ш. уҡ уларҙың һаны У. ҡасаҡтары килеүе һәм Украинанан эвакуацияланыу һөҙөмтәһендә Беренсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында артҡан.

У. хужалығы яңы урында традицион һыҙаттарын һаҡлаған. Игенселек төп тармаҡ булған, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, йәшелсәселек, һөнәрселек һәм төрлө кәсептәр ярҙамсы урын биләгән. Игенселектә өс баҫыулы (ҡайһы берҙә — дүрт баҫыулы) сәсеү системаһы таралған. Төп ер эшкәртеү ҡоралдары — ике тәгәрмәсле ағас һабан, бер төрәнле һуҡа, һабан һ.б. Иген культураларынан бойҙай, арыш, арпа, тары, һоло сәскәндәр, борсаҡ, картуф, сөгөлдөр, көнбағыш, етен һ.б. үҫтергәндәр. Ир‑егет — мискә, көршәк яһау, тире эшкәртеү, ҡатын‑ҡыҙ туҡыусылыҡ, сигеү, бәйләү эше м‑н шөғөлләнгән. Ситкә китеп эшләү таралған була.

Торамаларҙың төп төрҙәре булып ауыл, ҡасаба, утарҙар торған. Йорт‑ҡаралты планировкаһы мөйөшлө йәки тура булған. Тәүҙә ваҡытлыса торлаҡтар таралған (ер өҫтөндә эшләнгән ситән стеналы йәки урталай таралған бүрәнәләрҙән каркаслы ҡаралтылар), һуңынан балсыҡ м‑н һылап, аҡланған, бәләкәй тәҙрәле, һалам, ҡамыш башлы 2 йәки 4 яҡлы ҡыйыҡлы буралған өйҙәр (балсыҡ өй) төҙөй башлағандар. Йортҡа йәнәш мал, ҡош‑ҡорт һарайҙары урынлашҡан. Йорттан алыҫыраҡ келәт, ырҙын табағы, йәшелсә һаҡлар өсөн өҫтән ҡыуыш м‑н ябылған соҡор һымаҡ баҙҙар, умарта баҙы, оҫтаханалар һ.б. төҙөлгән. 20 б. башында мунсаны һыу буйы эргәһендә, бер нисә ғаиләгә төҙөгәндәр. Ишек эргәһендә һикеле мейес, таҡта урындыҡтар, эскәмйәләр, сигеүле таҫтамалдар (рушник) м‑н биҙәлгән иконалар традицион интерьерҙың төп элементтары булған, алғы мөйөшкә өҫтәл, һандыҡ һ.б. ҡуйылған.

Традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме ултырма тар яғалы йәки яғаһыҙ күлдәктән, итәк, алъяпҡыс, билбау, еңһеҙ кейемдән (кирсетка) торған. Күлдәктең күкрәк тирәһен, яғаһын, еңенең терһәктән өҫтәрәк өлөшөн сигеү м‑н биҙәгәндәр. Суҡлы ҡыҙыл билбау (оправка, крайка) м‑н быуылған, күлдәк өҫтөнән кейә торған плахта йәш ҡыҙҙарҙың байрам кейеме булған, баштарына сәскә м‑н төҫлө таҫмаларҙан таж үргәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ башына яулыҡ, шәл ябынған, туҡыма башлыҡ (очипок) кейгән. Традицион ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре булып мәрйен, металл пластинанан муйынсаҡ (намисто), тәре, балдаҡ, һырға һ.б. хеҙмәт иткән. Традицион ир‑егет кейеме күлдәктән, еңһеҙ кейеш, пинжәктән, тар төплө, һирәгерәк киң төплө, киң балаҡлы ыштандан (шаровары) торған. Баш кейеме булып һалам эшләпәләр, конус рәүешендәге йөн башлыҡтар (кучма) хеҙмәт иткән. Буҫтауҙан тегелгән йылы өҫ кейемдәрен (свита — билле, сапан — аҫҡа киңәйеп киткән), мамыҡ курткаларҙы (ватянка), оҙон һәм ҡыҫҡа тундарҙы, иләнгән һарыҡ тиреһенән тегелгән толоптарҙы ир‑егеттәр ҙә, ҡатын‑ҡыҙ ҙа кейгән. Аяҡ кейеменән — йүкә сабата, быйма, постолдар (йөйөн өҫкө яҡта ҡалдырып, ҡоба күндән тегелгән аяҡ кейеме), ботинкалар (черевики) таралған.

У. традицион аш‑һыуы иген һәм йәшелсә культураларын файҙаланыуға нигеҙләнгән. Киң таралған көндәлек аштарға борщ, тарылы кәбеҫтә ашы (капусняк), сусҡа майы, колбаса, голубцы, тултырылған сусҡа ҡарыны (кендюх), ҡойҡа, төрлө бутҡалар, икмәк, тары сумары, көлсә, сумар, эремсек билмәне, сумарлы аш, ҡоймаҡ; байрам аштарына — ҡош итенән бешерелгән ашамлыҡтар, шәңкәләр, ҡаластар, итле, эремсекле бәлештәр ингән. Эсемлектәрҙән кеүәҫ, компот (узвар), кеҫәл, ойотолған һөт, емеш‑еләк шарабы һ.б. әҙерләгәндәр.

У. ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә ҡайһы бер традицион һыҙаттар һаҡланған: 1930 йй. тиклем патриархаль күмәк ғаиләләр осраған; ғаиләлә атай йәки иң өлкән ир бала баш булған, мөлкәт тик васыят б‑са ҡалдырылған (ерҙе, туғанлыҡ дәрәжәһен һәм енесте иҫәпкә алмай, барлыҡ вариҫтар араһында тигеҙ өлөштәргә бүлгәндәр, йәки күмәкләп хосуси милеккә алғандар). Эндогам никахтар булған (ҡара: Эндогамия), һуңыраҡ ҡатнаш никахтар өстөнлөк иткән (80%‑тан ашыу), башлыса урыҫ, белорус, татар, башҡорттар м‑н никахҡа ингәндәр. 20 б. уртаһынан алып БР‑ҙың украин ауылдарында 1—2 быуын йәшәгән ғаиләләр йышыраҡ осрай.

У. айырыуса сағыу традицион йолалары туй (весилля) үткәреүгә бәйле, ул ҡоҙалау, алдан һөйләшеү (заручини), хужалыҡ м‑н танышыу (оглядини), ҡыҙ оҙатыу кисәһе (вечорина), кейәүҙе һынау, кәләш һатып алыу, таж кейҙереү, мул табын ҡороу йолаларын үҙ эсенә ала; 20 б. уртаһына тиклем туй дини байрамдарға тура килтерелгән. Ғаиләлә бала тыуыуы һәм уны суҡындырыу йолаһы тантаналы үткәрелгән. У. күп традицион байрамдары һәм йолалары игенселек эштәре календарына бәйле булған. Раштыуа, Крещение, Пасха, Троица һ.б. (ҡара: Ун ике байрам) байрамдар булған. Раштыуа байрамында коляда үткәргәндәр, килгән кешеләрҙе тәм‑том, бәлеш м‑н һыйлағандар. Изге аҙнала халыҡ уйындары ойошторғандар. Музыка ҡоралдарынан гармун, балалайка, дөңгөр таралған. Украин фольклоры муз. яҡтан күп төрлө: һәр байрамға арналған йырҙар циклы булған, тарихи, соц. (казак, чумак, рекрут), календарь йолалары йырҙары (коляда, щедривка, веснянка), сәңгелдәк, туй йырҙары, лирик йырҙар, бейеү йырҙары һәм шаян йырҙар, балладалар, халыҡ прозаһы киң таралған. Традицион бейеүҙәре: яҙғы‑йәйге һәм ҡышҡы әйлән‑бәйлән (түңәрәк яһап бейеү), гопак, казачок һ.б.

БР‑ҙа “Кобзарь” милли‑мәҙәни үҙәге, “Золотоношка” тарихи‑мәҙәни үҙәге, 20‑гә яҡын украин фольклор ансамбле эшләй, Стәрлетамаҡ р‑ны Загородный а. украин халҡын хеҙмәтләндереү б‑са база китапханаһы асылған, украин мәҙәниәтенә арналған фестивалдәр үтә.

Әҙәб.: Украинцы. М., 2000.

В.Я.Бабенко, Д.А.Черниенко

Тәрж. М.В.Хәкимова