УДМУРТТАР (үҙ атамаһы удмурт, удморт, укморт), халыҡ, Удмуртияның төп халҡы. У. Һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 714,8 мең, Удмурт АССР‑ында — 496,5 мең; 2002 й. РФ‑та — 636,9 мең, Удмурт Респ. — 460,6 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны — 23,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 22,6 мең кеше иҫәпләнгән. Айырыуса Тәтешле (5,7 мең кеше), Яңауыл (4,8 мең), Ҡалтасы (2,8 мең), Борай (1,5 мең кеше) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. У. күпселеге урыҫ телендә, удмурт телендә, татар телендә, башҡорт телендә, бер өлөшө мари телендә һөйләшә. Диндарҙарҙың күбеһе мәжүсиҙәр (ҡара: Мәжүсилек), аҙ өлөшө православие динен тота. У. төньяҡ (ватка), ш.иҫ. бесермәндәр, һәм көньяҡ (калмез) локаль төркөмгә бүленә; ш. уҡ Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында һәм Пермь крайының көньяғында формалашҡан Кама аръяғы У. (кам сьор удмуртъёс) айырыла. БР‑ҙа йәшәүсе Кама аръяғы У. (“арҙар”) этник‑мәҙәни үҙенсәлектәре б‑са тәтешле, кенәзйылға, баулы, ташкисеү, ҡаңлы, беүә һәм танып төрҙәренә айырыла. У. Башҡортостанға күсеүе (башлыса Удмуртияның үҙәк һәм көньяҡ райондарынан сыҡҡан кешеләр) 17 б. 1‑се ярт. башлана. 17—18 бб. аҙ. Рәсәйҙең христианлаштырыу һәм традицион дини ҡараштарҙы эҙәрлекләү сәйәсәте һөҙөмтәһендә У. Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайыш райондарына (башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә керҙәш булып урынлашҡандар) күпләп күсенә башлай. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, У. һаны 1897 й. Өфө губернаһында 22,5 мең, 1939 й. БАССР‑ҙа 25,1 мең кеше була. У. хужалығы яңы ерҙәрҙә традицион һыҙаттарын һаҡлаған. Игенселек төп тармаҡ булған, малсылыҡ, һөнәрселек һәм төрлө кәсептәр, емеш‑еләк йыйыу ярҙамсы урынды биләгән. Игенселектә ҡаты баҫыу һәм яндырыу системаһы, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Төп ер эшкәртеү ҡоралдары бер төрәнле һуҡа, ике төрәнле һуҡа, тимер һабан, тырма, һабан һ.б. булған. Иген культураларынан — арыш, һоло, тары, ҡарабойҙай, һирәгерәк — бойҙай, арпа, техник культураларҙан — етен, киндер, йәшелсәләрҙән картуф (19 б. аҙ. алып) үҫтергәндәр. У. традицион торамаларында (гурт) йорттар аҙ булған, йылға ярҙары буйлап өйкөмләшеп (19 б. уртаһына тиклем) йәки теҙелеп урынлашҡандар. Ғаилә‑ырыу төркөмдәре булып ултырғандар, бер нисә ҡәрҙәш торама ауылдар төркөмөн тәшкил иткән (20 б. башына тиклем). У. йорт‑ҡаралтылары билдәле бер тәртиптә урынлашмаған, верандалы һәм өй алды баҡсаһы булған йорттан (корка), ихатаның алыҫ мөйөшөндә урынлашҡан аласыҡтан (пичи корка), келәт (кенос), баҙҙан, утын лапаҫынан (пу лапас), мунсанан (минчо) торған, хужалыҡ ҡаралтыларынан ситтәрәк кәртә‑ҡура (лапас, гид) төҙөлгән. Республикала У. ғаиләһе өсөн традицион һаналған ғибәҙәтханалар (куа) һирәк осрай. Торлаҡтар 2 камералы, 4 стеналы (20 б. алып 5 стеналы) 2 яҡлы ҡыйыҡлы (һирәгерәк 3, 4 яҡлы) өйҙән торған. Интерьерҙың төп элементтарын ҡаҙанлы мейес (гур), стена буйындағы урындыҡ м‑н эскәмйәләр тәшкил иткән. Традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме алһыу зәңгәр, һары төҫтәге туҡыманан тегелгән, геом. орнамент м‑н биҙәлгән оҙон күлдәктән (дэрем), алъяпҡыстан (ашет), ҡара йәки һоро төҫтәге (аҡ — ғибәҙәт ҡылыу өсөн) кафтандан (шортдэрем), уҡа м‑н биҙәлгән, төҫлө бәрхәттән тегелгән еңһеҙ камзулдан торған. Кейәүгә сыҡмаған йәш ҡыҙҙар ике ҡат көмөш тәңкәләр баҫылған башлыҡ (манлай) кейгән, ҡатын‑ҡыҙ яулыҡ ябынған. Кәләштең туй кейеменә маңлай бәйләмесе (манлай чачак) м‑н яулыҡ ингән. Биҙәүестәр көмөш тәңкәләр, аппликация м‑н биҙәлгән таҫманан (быдэс), суҡлы сәсбауҙан (зырсикузя), эйәк аҫтынан бәйләнә торған бәйләместән (чылбыр, сакал) йәки түшелдеректән (сырга, ошет) торған. Иҙеүе уң яғынан уйымлы, төймәһеҙ, бауһыҙ аҡ йәки шаҡмаҡлы киндер күлдәк, ыштан, баҡыр элмәкле күн ҡайыш йәки бау һымаҡ билбау ир‑егеттең традицион кейеме һаналған. Баш кейемдәренән ҡара йәки аҡ төҫтәге кейеҙ эшләпә, түбәтәй, һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡолаҡсын бүрек таралған була. Ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙҙың өҫ кейемдәренә киндер (зыбын) һәм тула (дукес) кафтан, һарыҡ тиреһенән тегелгән тун ингән, аяҡ кейеменән сабата (кут), башмаҡ (ката), быйма булған. Традицион У. аш‑һыуы игенселек, малсылыҡ продукттарын һәм урманда йыйған емеш‑еләкте бергә файҙаланыуға нигеҙләнә. Төрлө бутҡалар (жук), туҡмаслы, сумарлы, ярмалы, кәбеҫтәле һ.б. аштар (шыд), билмән (пельнянь), әсе ҡамырҙан көлсәләр (табань), сөсө ҡамырҙан ҡоймаҡтар (мыльым), төрлө эслек һалынған бәрәмәстәр (куасам нянь) һ.б. таралған. Байрам табынына балыҡ бәлеше, ҡалын күмәс, икмәк ҡамырынан ваҡ йоморсаҡтар (юача) әҙерләгәндәр. Традицион эсемлектәре — үлән сәйе, кеүәҫ (сюкась), һыра (сур), әсегән бал (мусыр), әсегән һөт (аръян). Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә У. традицион һыҙаттары һаҡланған: 20 б. башына тиклем бүленмәгән күмәк ғаиләләр (3—4 быуын) осраған. Никахтар патрилокаль булған (ҡатыны иренең йортона йәшәргә күскән), ҡайһы ваҡытта сорорат, левиратосраған, ҡатыны иренән өлкән булыу осраҡтары теркәлгән. У. йолалары бала тыуыуға арналған [уның хөрмәтенә доға ҡылғандар (куриськон) һәм бәпәй туйы (бэбэй туй) үткәргәндәр]. Туй (сюан) тантаналы үткәрелгән, ҡыҙ урлау йолаһы (вилькенак нушкан) үҙенсәлекле булған. У. традицион инаныуҙарына ата‑баба культына һәм төрлө аллаларға — юғары аллаға (Инмар), ер аллаһына (Мукылчин), һыу аллаһына (Ву‑мурт) һ.б. — табыныу хас. Изге сауҡалыҡтарҙа ғибәҙәт ҡылғандар, аҡ төҫтәге хайуандарҙы ҡорбан килтергәндәр. Традицион байрамдары ер эшкәртеү календарына бәйле булған: Масленица (Вой), яҙғы сәсеү эштәре башланыу (Быдзынал) һәм тамамланыуы (Бусы вось) һ.б. Традицион музыка ҡоралдарына көснә (крезь), һыбыҙғы (чипчирган), гармун (мызкэн) һ.б. ингән. Удмурт фольклоры мәҡәл, әйтем, әкиәт, риүәйәт, йыр, бейеүҙәр (паро эктон, куинен эктон, ныылен эктон) һ.б. ғибәрәт. БР‑ҙа Башҡортостан удмурттарының республика милли‑мәҙәни үҙәге, “Яңы Тәтешле” удмурт тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй, удмурт мәҙәниәтенә арналған байрамдар үткәрелә, фольклор ансамблдәре (“Шулдыр жыт”, “Учыныл”, “Инвожо” һ.б.) ойошторолған, удмурт телендә “Ошмес” гәз. сыға, Яңауыл ҡ. удмурт халҡын хеҙмәтләндереү б‑са база китапханаһы асылған.

Әҙәб.: М и н н и я х м е т о в а Т.Г. Календарные обряды закамских удмуртов. Ижевск, 2000; Садиков Р.Р. Поселения и жилища закамских удмуртов. Уфа, 2001.

Р.Р.Садиҡов

Тәрж. М.В.Хәкимова