УДАЛОВА Елена Александровна (5.7.1972, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2007). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑нда эшләй (2001 й. алып төп ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Башҡ. химия журналының һәм “Реактив” дәүләт ғилми‑техник әҙәбиәт нәшриәтенең редакция мөдире, 2009 й. — ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге химия, нефтехимия, химик технология тарихына, органик синтез өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Йыл һайын үткәрелгән “Химия, химик технология һәм нефть эше өлкәһендәге тәбиғәт белеме тарихының хәҙерге мәсьәләләре” (“Современные проблемы истории естествознания в области химии, химической технологии и нефтяного дела”) халыҡ‑ара фәнни конф. ғилми секретары (2000 й. алып)

Хеҙм.: Исторические аспекты разработки и производства химических реактивов: в 2 кн. М., 2001 (авторҙ.); Проблемы развития малотоннажной химии в России. Уфа, 2004 (авторҙ.); История создания и развития химической и нефтехимической промышленности Республики Башкортостан. Т.2. Стерлитамакское ЗАО “Каустик”. М., 2006 (авторҙ.).

С.Ю.Шавшукова

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова