УГЛЕРОД (Carboneum), C, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм элементы. 2 тотороҡло, радиоактив изотоптары бар. Тәбиғәттә У. ирекле хәлдә (алмас, графит), карбонаттар (эзбизташтар, доломиттар), диоксид сифатында (гидро‑ һәм атмосферала), янар ятҡылыҡтар составында (янар тәбиғи газдар, нефть, ҡаты яғыулыҡтар) осрай. У. азот, водород, кислород м‑н берләшмәләре Ҡояш һәм планеталар атмосфераһында, метеориттарҙа табылған.Аморф (кокс, ағас күмере һ.б.), кристаллик (карбин, лонсдейлит һ.б.), кластер С60—С70 (фуллерендар), шыйыҡ (10,5 МПа ашыу юғары баҫымда, 3700°С ашыу юғары т‑pала) У. айыралар. Эреткестәрҙә эремәй, ҡайһы бер иретелгән металдарҙа эрей. Химик яҡтан инерт, юғары т‑pала күп элементтар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә, металл оксидтарын металл барлыҡҡа килтереп ҡайтара (ҡара: Металлургия). Һауала йылытҡанда алмас, аморф У., графит тоҡана. Карбидтар, көкөрт м‑н көкөртлө углерод барлыҡҡа килтерә. Төп биоген элемент, аминокислоталар, аҡһымдар һ.б. составына инә. Ҡором сифатында антропоген ташландыҡтарҙа, аэрозолдәрҙә тын алыу ағзаларының ауырыуына килтерә; таш күмерҙең ПДК‑һы 10, алмастыҡы — 8 мг/м3, антрацит һәм кокс ПДК‑һы — 6, техник У. — 4; атмосфера һауаһында ҡоромдоң бер тапҡыр ҡуйылған макс. ПДК‑һы 0,15, уртаса тәүлек 0,05 мг/м3. Эш зонаһы һауаһында 14С ПДК‑һы — 1,3, атмосферала — 4,4, һыуҙа 3,0•104 Бк/л тәшкил итә. Башҡортостанда 17 б. алып У. ағас күмере сифатында металл иретеү өсөн ҡулланғандар (ҡара: Таусәнәғәте). 20 б. 40‑сы йй. башында Өфөлә СССР ФА‑ның Дәүләт керамик изделиелар ин‑ты (Ленинград) филиалы асыла, унда Өфө моторҙар з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) өсөн графит тигелдәре, 1161‑се з‑д өсөн махсус фарфор, Төп нефть идаралығы пр‑тиелары өсөн утҡа сыҙамлы материалдар эшләнә һәм уларҙы сығарыу башлана. 70‑се йй. алып Нефть химияһы эшкәртеү ин‑тында кокс алыу технологияһы эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; 90‑сы йй. сәнәғәт ташландыҡтарын углеводородтарҙан таҙартыу өсөн углеродлы сорбенттар (В.И.Глазунов, Р.Ғ.Ғәлиев, У.Б.Имашев), У. юғары т‑раларҙа углеродлы һәм тутыҡмай торған ҡоросҡа үтеп инеү ысулдары тәҡдим ителә (И.Р.Хәйрудинов). БДУ‑ла 80‑се йй. техник алмас алыу технологияһы эшләнә (Р.Н.Ғимаев, С.Ә.Әхмәтов һ.б.) һәм Полтава синтетик алмаздар з‑дында индерелә. 90‑сы йй. башынан алып БДУ‑ла, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында, Органик химия ин‑тында, ӨДНТУ‑ла фуллерендар химияһы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. БР‑ҙа техник углерод, активлаштырылған күмер производстволары эшләй.

Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Ф.А.Ғималова