УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР, молекулаларында 5‑кә тиклем углерод атомы булған алифатик углеводородтар ҡатышмаһы. Тәбиғи газдарға, нефть эшкәртеү (тура ҡыуыу, деструктив процестар: термик крекинг,каталитик крекинг, пиролиз һ.б.) газдарына бүленә. Тәбиғи У.г. төп компоненттары — метан (ҡайһы саҡ 98%‑ҡа етә), уның гомологтары. Нефть эшкәртеү газдары составтарында туйындырылмаған углеводородтар (12—50%), водород (10%‑ҡа тиклем) булыуы м‑н айырыла. У.г. поляр булмаған органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һауа м‑н шартлаусан ҡатышмалар барлыҡҡа килтерә. Башҡ‑нда газ‑конденсатлы ятҡылыҡтарҙың У.г. һәм нефттең эйәрсен газдары сәнәғәттә әһәмиәтле; улар мотор яғыулығы, синтетик каучуктар, пластик массалар алыр өсөн сеймал булып тора. 20 б. 40‑сы йй. башында Ишембай нефть ятҡылығы нефтенең эйәрсен газдарын газ бензинына, изобутан, пропанға эшкәртеү, көкөртлө водородтан газлы көкөрт һәм гипосульфит алыр өсөн Ишембай газолин з‑ды (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) эксплуатацияға индерелә. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават") Введеновка ятҡылығы (Мәләүез р‑ны) газының Ҡансыра ятҡылығының (Көйөргәҙе р‑ны) газ конденсаты, нефть эшкәртеү газдары компоненттары м‑н ҡатышмаһын алкилат, техник водород, аммиак, бутил спирттары, метилэтилкетон, ароматик углеводородтар һ.б. етештереүҙә сеймал итеп ҡуллана башлайҙар. 60—70‑се йй. Өфө нефть эшкәртеү заводында У.г.ресурстарын тулыһынса ҡулланыу схемаһы эшләнә һәм этаплап индерелә (Е.А.Бугай, Т.И.Селиванов, М.И.Әхмәтшин һ.б.). Яңы өфө нефть эшкәртеү заводында газ фракциялау ҡулайламаларының етештереүсәнлеген арттырыу, У.г. пропан‑пропиленлы, бутан‑бутиленлы фракцияларға айырыуҙың сифатын күтәреү технологияһы эшләнә (В.М.Гермаш, Г.Ф.Ивановский, Ю.И.Сыч һ.б.). Туймазы газ эшкәртеү заводында һәм Шкапов газ эшкәртеү заводында нефттең эйәрсен газдарын шыйыҡландырылған газға (пропан һәм бутан ҡатышмаһы), тотороҡло газ бензины һәм техник бутанға әйләндерәләр. Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дарында,“Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, “Каустик”, “Каучук” пр‑тиеларында нефть эшкәртеү газдарын юғары октанлы мотор яғыулығы, полиизопрен, полипропилен, полиэтилен һ.б. алыр өсөн сеймал итеп ҡулланалар. 1947—68 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда һәм Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда респ. һәм СССР б‑са һәр бер нефть һәм газ эшкәртеү з‑дындаУ.г. ресурстарының потенциалын асыҡлау, уларҙы эффектив ҡулланыу технологияларын эшләү б‑са киң масштаблы тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.Б.Корсунский, М.Е.Черныш, А.С.Эйгенсон һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Газ сәнәғәте, Нефтехимия сәнәғәте, Яғыулыҡ сәнәғәте.

Әҙәб.: Гвоздев Б.П., Гриценко А.И., Корнилов А.Е. Эксплуатация газовых и газоконденсатных месторождений. М., 1988; Мовсумзаде Э.М., Савин Е.М., Телицкая К.Р. Первенец переработки нефти в Башкортостане. Уфа, 1996.

Ж.Ф.Ғәлимов, З.Әәбибуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова