УБАЛАР, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Архангел р‑ны Убалар а. төньяҡ‑көнбайышта урынлашҡан. 1957 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1968 й. Г.И.Матвеева өйрәнә. Ҡомартҡы 16 убанан (диам. 20 м етә, бейеклеге 1—1,5 м) тора, 2‑әүһе тикшерелгән; убаларҙың берәүһе аҫтында усаҡ һәм ҡомташ түшәлгән майҙансыҡ (яҡынса 16 м2) эҙҙәре табылған. Керамика Убалар тибындағы (банка формаһында, иңбаштары ике рәт итеп йырып төшөрөлгән ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән; биҙәкһеҙ туҫтаҡтар; көршәк йәки туҫтаҡ һымаҡ йоҡа тышлы, яҫы төплө, башлыса биҙәкһеҙ) һауыт фрагменттарынан ғибәрәт. Кейҙерелмәле һөйәк уҡ башаҡтары, тупар балталар, ҡырғыстар, шөшлө, бетеүҙәр һ.б., таш ҡайраҡтар, табаҡ һынығы, хайуан һөйәктәре, көл табылған. Ҡайһы бер ғалимдар (Садиҡова һ.б.) фекеренсә, У. ҡорбан килтереү урыны (ҡара: Ғибәҙәтхана) булған; Матвеева, А.Х.Пшеничнюк торама булған, тип иҫәпләй. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т в е е в а Г.И. Памятники железного века в бассейне р.Зилим //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1973. Т.5.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.