ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР, хәҙерге күп төрки телле (ҡара: Төрки телдәр) халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе өсөн нигеҙ булған боронғо ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме. Антик (Геродот, Өлкән Плиний, Помпоний Мела, Страбон), Боронғо Ҡытай (Сыма Цянь), ғәрәп (Гардизи, Ибн Хордадбех, Рәшитетдин һ.б.) авторҙары хеҙмәттәрендә телгә алына. Т.ҡ. барлыҡҡа килеү мәсьәләһе бәхәстәр тыуҙыра (ҡара: Төркиәт): совет историографияһында ҡабул ителгән концепция (С.Г.Кляшторный һ.б.) б‑са, Т.ҡ. — Урта Азияла һәм Көньяҡ Себерҙә, Л.Н.Гумилёв, Ф.И.Страленберг фекеренсә — Алтайҙа, А.Н.Бернштам, Ә.Ә.Вәлидов һ.б. б‑са — Урта Азияла, Ю.Ф.Немет, А.А.Зайончковский һ.б. фекеренсә, Волга-Урал төбәгендә барлыҡҡа килгән. Б.э. 1‑се мең йыллығында Т.ҡ. (бәшнәктәр, ҡыймаҡтар, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, һундар һ.б.) Евразия далаларына күсенә. 552 й. Төрки ҡағанаты, 650 й. Хазар ҡағанаты барлыҡҡа килә, 7 б. болғарҙар — Бөйөк Болғарға, 10 б. Волга буйы Болғарына нигеҙ һала. Т.ҡ. хужалығының төп тармаҡтары малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош), һунарсылыҡ, игенселек, металл эшкәртеү булған. Көньяҡ Уралда Т.ҡ. археологик ҡомартҡылары һынташтарҙан, ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән (Бикеш ҡурғандары, Ҡаранай ҡурғандары, Кушнаренко ҡәберлеге, Көшөл ҡәберлеге, Мерәсем ҡурғандары, Мораҡай ҡурғандары, Селенташ һ.б.) тора. Мәйеттәр кейеҙ йәки ҡамыш түшәлгән бураларҙа, ағас ялғаштарҙа ерләнгән, ҡәберҙәрҙә ҡорбан ителгән хайуан һөйәктәре табылған. Т.ҡ. Тәңрегә (ҡара: Тәңрелек) табынған, тип фараз ителә.

Әҙәб.: Гумилёв Л.Н. Древние тюрки. М., 1993; Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981; Файзрахманов Г.Л. Древние тюрки. Казань, 2000.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.