ТӨБӘК, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сурағол а. көнбайыш ситендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1955 й. В.Д.Викторова тарафынан асыла, 1962 й. К.В.Сальников, 1982—83 йй. М.Ф.Обыдённов, 1986— 91 йй. В.С.Горбунов, Г.Т.Обыдённова һ.б. тикшерә. Боронғо торама б.э.т. 17—15 бб. ҡарай. 6 ҡаралты эҙе табылған, уларҙың иң ҙуры — ярым түңәрәк формаһындағы нығытылған күп камералы торлаҡ, металл эшкәртеү эҙҙәре (усаҡ, мәғдән киҫәге, шлак, бронза эш ҡоралдары) асыҡланған; ҡалған ҡаралтылар тура мөйөшлө, каркас конструкциялы, усаҡтары, ҡоҙоҡтары бар. Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән торама б.э.т. 15—14 бб. ҡарай. Усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары, ҡоҙоҡтары булған каркас‑бағана конструкциялы, тура мөйөшлө 3 ер өҫтө ҡаралтыһы ҡалдыҡтары өйрәнелгән. Керамика Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Бронза (уҡ башағы, беҙ, муйынсаҡ бөртөгө, энә, бысаҡ), таш (төйгөс, ҡайраҡ, һандал, ваҡлау плитаһы, ярғыс), һөйәк (уҡ башағы, тишкес, гарпун, арҡыры балта), балсыҡ (орсоҡбаш, тигел, ш. уҡ, фараз ителеүенсә, йылым батырғысы) әйберҙәр табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, БДУ һәм БДПУ фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Тюбяк: поселение бронзового века на Южном Урале. Уфа, 2001.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков