ТУРБАҪЛЫ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—8 бб. ҡарай. Благовещен р‑ны Яңы Турбаҫлы а. эргәһендә урынлашҡан археологик ҡомартҡылар төркөмө исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡараған 30‑ға яҡын ҡомартҡы асылған, улар Эҫем һәм Сәрмәсән йй. араһында Ағиҙел й. урта ағымында тупланған (Дежнев ҡурғандары, Имәндәш ҡаласығы, Кушнаренко ҡәберлеге, Өфө ҡаласыҡтары, Шәрәй ҡәберлеге, Яңы Турбаҫлы ҡурғандары, Яңы Турбаҫлы тораҡтары). Торамалар йылға янындағы туғай өҫтө киртеләстәрендә урынлашҡан тораҡ, ҡаласыҡтарҙан тора. 1 йәки 2 ҡыйыҡлы, тәпәш ағас таяулы усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булған бүрәнәнән тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр (майҙаны яҡынса 20—30 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика яҫы төплө йомро ҡорһаҡлы тотҡалы көршәктәрҙән һәм ауыҙына тиклем ҡыя һырҙар, горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күпселеге — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Мәйеттәр йыш ҡына төньяҡ стенаһында ҡыуышлығы булған тар тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1 м тиклем) салҡан һалып, күбеһенсә башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Шулай уҡ кәшәнә‑катакомбалар табылған. Баш һөйәген яһалма үҙгәртеү эҙҙәре осрай. Ҡәберҙәрҙә ҡорал [бер яғы үткер тимер ҡылыстар, һөңгө остары, уҡ башаҡтары (тимер һәм һөйәк), ағас ҡын ҡалдығы, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар], ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡтар, бронза фаларҙар, пластинкалар), эш ҡоралдары (таш ҡул тирмәне, тимер бысаҡ, ураҡ, балсыҡ орсоҡбаштар), бронза, тимер, алтын һәм көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза, көмөш һәм алтын сикә суҡтары, һырғалар, муйын ҡулсалары, балдаҡтар, төйрәместәр, фибулалар, алтын медальондар, кулондар, быяла, аҡыҡ, мәрйен, гәрәбә муйынсаҡтар, кеше һыны рәүешендәге сулпы‑бетеүҙәр) табылған. В.Ф.Генинг, Р.Д.Голдина, В.А.Иванов фекеренсә, Т.м. халҡы Көнбайыш Себерҙән Урал алдына күсеп килгән фин‑уғыр ҡәбиләләре булған; Г.И.Матвеева, Ф.А.Сөнғәтов Т.м. барлыҡҡа килеүен — Көньяҡтан Урал алдына күсенгән күсмә ҡәбиләләр, Н.А.Мәжитов төрки ҡәбиләләр м‑н (боронғо башҡорттар, тип фараз ителә) бәйләй. Төп шөғөлдәре һыйырсылыҡ, игенселек булған. Бахмут мәҙәниәте, Ҡараякуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡандар. Т.м. өйрәнеүселәр: А.К.Амброз, Генинг, Иванов, Н.А.Мәжитов, Матвеева, К.В.Сальников, Сөнғәтов һ.б.

Әҙәб.: Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981.

В.А.Иванов

Тәрж.Ф.Ә.Ҡылысбаев