ТОРАТАУ, б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт., 8—9 бб., 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Торатау түбәһендә урынлашҡан. 1770 й. И.И.Лепёхин тарафынан тасуирлана, 1951 й. В.П.Викторов, 2000 й. А.Л.Сметанин тикшерә. Ғибәҙәтханалар иҫәбенә инә. Ҡомартҡының көнсығыш өлөшөндә тупраҡтан яһалған тәпәш ур м‑н соҡор (тәрәнлеге 0,4 м тиклем) табылған. Керамика Имәндәш тибындағы (ҡом ҡушып яһалған, ауыҙ ситтәре һырҙар м‑н биҙәлгән), Ҡара яҡуп мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте (ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, ауыҙ ситтәре бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән) һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Бронза тәңкә, көмөш муйынсаҡ бөртөгө, балсыҡ орсоҡбаш, ҡыңғырау, һөйәктән эшләнгән тишкестәр, айыу тешенән бетеү, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы материалдары Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018