ТРИАЛЛАТ, авадекс БВ, системалы гербицид, тиокарбамин к‑таһының сығарылмаһы. Тәьҫир итеүсе төп матдә S‑2,3,3‑т рихлораллил‑N,N‑диизопропилтиокарбамат; кристаллик, насар еҫле, tиреү 30°C, һыуҙа насар эрей (9 мг/л), күп кенә органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, фотототороҡло, металдарҙы тутыҡтырмай, дым булмаған урында бик оҙаҡ һаҡлана ала. Хайуан һәм кеше өсөн ағыулы түгел. 1,2,3,3‑тетрахлорпропенды натрий диизопропилтиокарбаматы м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп алалар. 10%‑лы гранулят һәм 40%‑лы эмульсияға әйләнгән концентрат сығарыла. Етен сәсеүендә — тиле үләнде, бойҙай һәм арпаныҡында ҡара һолоно бөтөрөр өсөн ҡулланыла. Баҫыуҙар сәсеүгә тиклем йәки культураларҙың шытымы сыҡҡансы уҡ һиптерелә (гербицид тупраҡҡа индерелә). Башҡортостанда 80‑се йй. “Каустик” ПБ‑нда Т. 40%‑лы концентрат формаһында сәнәғәт етештереүе ойошторола. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты тарафынан шәкәр сөгөлдөрө баҫыуын һаҡлар өсөн башҡа тәьҫир иткән матдәләр м‑н комбинацияла Т. һөҙөмтәле формаһы (суспоэмульсион концентрат Триллен) тәҡдим ителә һәм тәж.‑сәнәғәт производствоһына индерелә.

Әҙәб.: М е л ь н и к о в Н.Н., Н о в о ж и л о в К.В., Б е л а н С.Р. Пестициды и регуляторы роста растений. М., 1995.

Р.Б.Вәлитов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова