ТОРАТАУ ҠАЛАСЫҒЫ, Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б. ҡарай. Краснокама р‑ны Баҫҡытау а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—72 йй. В.А.Иванов, 1981 й., 1989 й., 1991 й., 1994 й. М.Ф. Обыдённов, 1982 й., 1984 й., 1986 й. Н.А.Мәжитов тикшерә. Яҡынса 4500 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан 4 параллель ур (бейеклеге 0,4—1,5 м, киңлеге 3,5 м) м‑н уратып алынған, улар араһында соҡорҙар (тәрәнлеге 0,5—1 м) булған. Торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыһы, усаҡ, соҡор ҡалдыҡтары табылған. Керамика ҡабырсаҡ ҡушылған балсыҡтан яһалған һәм бәләкәй генә соҡорло биҙәк һалынған, бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән һауыттарҙан тора. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға иртә тимер быуат ҡәбиләләренең килеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Археологические исследования Башкирского государственного университета (1957—1997). Уфа, 1997.

Р.Б.Исмәғилев, М.Ф.ОбыдённовТәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018