ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, сәнәғәт һәм граждан объекттары, ш. иҫ. автомобиль юлдары, тимер юлдар, төҙөлөшөндә файҙаланылған тәбиғи һәм яһалма материалдар. Дөйөм (төрлө төҙөлөш конструкцияларын төҙөгәндә, әҙерләгәндә ҡулланыла, мәҫ., цемент, бетон) һәм махсус (акустик материалдар, утҡа сыҙамлы, биҙәкләү материалдары һ.б.) тәғәйенләнешле, химик составы б‑са органик булмаған, органик, металл, композицион Т.м. айырыла. Әҙерлек дәрәжәһе б‑са шартлы рәүештә Т.м. үҙҙәренә (бәйләүес матдәләр, ҡатышмалар һ.б.) һәм изделиеларға — төҙөлөш урынында бинала ҡоролған әҙер деталь һәм элементтарға (тимер‑бетон панелдәр, санитар‑техник кабиналар, ишек, тәҙрә блоктары һ.б.) бүленә. Технологик һәм эксплуатация билдәләре б‑са Т.м. тәбиғи (аҡ таш, ҡырсын һ.б. тығыҙлағыстар, ш. иҫ. автомобиль һәм тимер юлдар нигеҙен әҙерләү өсөн; ҡара: Юл япмаһы) һәм яһалма (цемент, гипс изделиелары, асфальт‑бетон, быяла пластиктар, полимер ыҫмалалар) таш материалдарға; ағас материалдар һәм изделиеларға (түңәрәк ағас, ағас‑таҡта һәм әҙерләмәләр, паркет, фанер һ.б.); керамик төҙөлөш материалдары һәм изделиелары (ш. иҫ. керамзит), автоклав төҙөлөш материалдарына; бетон һәм эретмәләргә (ҡара: Тимер‑бетон); йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиеларға; быяла (табаҡлы һәм махсус тәғәйенләнешле) һәм унан яһалған изделиеларға; гидроизоляция һәм түбә материалдарына; полимер Т.м. (линолеум, полимер плёнкалар, поливинилхлорид плиткалар, быяла пластиктар, пенопластар, сотопластар һ.б.); лак һәм лак‑буяу материалдарына һ.б. айырыла. Башҡортостанда Т.м. етештереү өсөн кирбес (170), керамзит (12) балсыҡ, ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (121), төҙөлөш таштары, ҡомдары, гипстары (13), карбонатлы тоҡом (31) ятҡылыҡтары үҙләштерелә. Табылған ҡом‑ҡырсын материалдарының һәм ваҡ таштың бер өлөшө республиканан ситкә сығарыла. Т.м. етештереү өлкәһендә 150‑нән ашыу эре һәм урта производство эшләй (ҡара: Төҙөлөш материалдары сәнәғәте). Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында тәбиғи таштан плиталар, Мансур төҙөлөш материалдары комбинатында граниттан бордюр ташы, тәҙрә төптәре һ.б. әҙерләнә. “Башлеспром” ААЙ пр‑тиелары ағас материалдар, Стәрлетамаҡ цемент‑юнысҡы плиталары заводы, Яңауыл алынмай торған ҡалыптар з‑ды (юнысҡы‑цемент плиталар) композицион материалдар, “Сода” ААЙ ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары һ.б. етештерә. Т.м. етештереүҙең яңы технологияларын уйлап табыу, булғандарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БР Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институтында, Нефть техник университетында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, Авиация техник университетында, Органик химия институтында алып барыла.

В.В.Яковлев, Л.А.Яковлева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.