ТОЛУОЛ, метилбензол, С6Н5СН3, ароматик углеводородтарҙың типик төрө. Нефттә, таш күмер, ҡарағай ыҫмалаһы составында бар. Яна торған ароматик еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; t иреү ‑94,99 °С, t ҡайнау 110,62 °С, t тоҡаныу 4 °С; тығыҙлығы 866,9 кг/м3, һауа м‑н ҡушылмаһының шартлау сиге күләмгә 1,27—7,0%, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 536°С. Спирттар, углеводородтар м‑н ҡушыла, органик эреткестәрҙең күбеһендә яҡшы эрей. Һыу, метил спирты, уксус к‑таһы һ.б. м‑н азеотроп ҡатышмалар, “сэндвич” тибындағы күсемле металдар м‑н заряд күсереүле, хром трикарбонилы м‑н “зонт” тибындағы комплекстар һ.б. барлыҡҡа килтерә. Нитратлаштырыу, галогенлау, сульфирлау, каталитик окисланыу, гидрирлау һ.б. реакцияларға инә. Лайлалы тиресәне һәм тын алыу юлдарын ҡуҙғыта, нервыларҙы ярһыта, ҡоҫтора, күп концентрацияһы иҫте юғалтыуға килтерә; ПДК‑һы 50 мг/м3. Түбән т‑раларҙа ҡайнаған тура нефтьҡыуыуйәки каталитик крекинг продукттарына риформинг үткәреп, газойль һәм риформинг рафинаттары пиролизы (экстракция йәки экстрактив ректификация м‑н таҙарталар) м‑н алына; кокс газынан эшкәртелмәгән бензол компоненты (көкөрт к‑таһы м‑н таҙарталар һәм ректификация м‑н айырып алалар), күп күләмдә бензол һәм этилендан стиролды синтезлағанда өҫтәмә продукт булараҡ сығарыла. Т. күп өлөшө бензол, фенол, капролактам, толуилендиизоцианат итеп эшкәртелә; ҡалғаны пластик массалар, нитроцеллюлозалы, алкид лактар һәм эмальдәр (ҡара: Лак һәм лак‑буяу материалдары) алғанда эреткес сифатында, мотор яғыулыҡтарының юғары октанлы компоненты, галоген‑, сульфо‑, нитро‑ һәм башҡа сығарылмалар алыр өсөн сеймал итеп ҡулланыла. Буяуҙар, шартлаусан матдәләр, фарм. препараттары, төрлө ярымпродукттар, типография буяуҙары етештереүҙә, резина сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда тротил алыр өсөн нефть фракциялары пиролизы м‑н Т. етештереү 1943 й. Өфө НЭЗ‑ында, 411‑се Ишембай пиролиз з‑дында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) башлана (1945 й. алып производстволар туҡтатыла). 50‑се йй. башлап Т. “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), “Уфанефтехим” ААЙ‑лары етештергән.

Р.Н.Хлёсткин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.