ТОЛСТИКОВ Генрих Александрович (21.1.1933, Тажик ССР‑ы Ҡаңғорт ҡсб — 26.4.2013, Новосибирск ҡ.), химик‑органик. РФА акад. (1987), химия ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1975). Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑тында (икеһе лә — Алма‑Ата) эшләй. 1968 й. алып Органик химия ин‑тында (Өфө) лаб. мөдире, 1971 й. — дир. урынбаҫары, 1977 й. — дир., бер үк ваҡытта 1980 й. башлап РФА Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары, 1984—93 йй. рәйесе, 1987—93 йй. РФА Урал бүлексәһе Президиумы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1991 й. — БДУ‑ның физик химия һәм химик экология каф. мөдире. 1993 й. башлап РФА Себер бүлексәһенең Н.Н.Ворожцов ис. Новосибирск органик химия ин‑тында бүлек мөдире, 1997 й. — дир., 2002 й. — бүлек етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997—2001 йй. РФА Себер бүлексәһе Президиумы рәйесенең 1‑се урынбаҫары; 2002 й. алып РФА советнигы (икеһе лә — Новосибирск ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре күп стадиялы органик һәм металорганик нескә синтез, мед. химияһы, үҫемлек метаболиттары әүерелеше, металл комплекслы катализ, окисланыу һәм озонолитик реакциялар, сәнәғәттәге органик һәм нефтехимия синтезы, алкендарҙың стереорегуляр полимерлашыу катализаторҙары өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Т. етәкс. махсус тәғәйенләнешле углеводородтар, винилхлорид, гербицидтар, фунгицидтар, изопрен каучук, синтетик гуттаперча, аминдар, феноллы антиоксиданттар, һыуҙа эреүсән полимерҙар, илдә тәүгеләрҙән булып простагландиндар нигеҙендә препараттар етештереү технологиялары эшләнгән һәм производствоға индерелгән; ҡоротҡос бөжәктәрҙең популяцияһын көйләү һәм умартасылыҡты интенсивлаштырыу өсөн саралар (пиретроидтар, феромондар, ювеноидтар), препарат‑дженериктар һ.б. технологиялар (ш.иҫ. анти‑ВИЧ, фторхинолон антибиотиктар), реактор антинейтриноһын билдәләү ҡулайламаһы булдырылған. Органик һәм металорганик синтезда металл комплекслы катализ б‑са ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. СССР ФА Урал бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. 1000‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 500 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың (1990) һәм РФ‑тың (2003) Дәүләт пр., Демидов пр. (1995), А.Н.Несмеянов ис., В.А.Коптюг ис. пр. (икеһе лә — 1999) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1983), “Почёт Билдәһе” (1975), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2009), Почёт (1998) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хе ҙ м.: Реакции гидроперекисного окисления. М., 1976; Солодка: биоразнообразие, химия, применение в медицине. Новосибирск, 2007 (авторҙ.); Алюминийорганические соединения в органическом синтезе. Новосибирск, 2009 (авторҙ.).

Әҙәб.: Т о л с т и к о в А.Г., Т о л с т и к о в а О.В. Наполнение души. Академик Г.А.Толстиков. Уфа, 2016.

У.М.Джемилев

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018