ТОЛСТИКОВ Александр Генрихович (16.8.1957, Алма‑Ата), химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), химия ф. д‑ры (1993), проф. (2001). Г.А.Толстиковтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Органик химия ин‑тында (Өфө) эшләй: 1986 й. алып өлкән, 1989 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1994 й. башлап РФА Себер бүлексәһенең Г.К.Боресков ис. Катализ ин‑тында (Новосибирск ҡ.) лаб. мөдире, бүлек етәксеһе, 2000 й. — РФА Урал бүлексәһенең Пермь фәнни үҙәгендәге Техник химия ин‑ты дир., бер үк ваҡытта Пермь ун‑тының тәбиғи һәм биол. актив берләшмәләр каф. мөдире; 2003 й. алып РФА‑ның баш ғилми секретары урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2006 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге тәбиғи берләшмәләр химияһын, нескә органик синтезды, асимметрик металл комплекслы катализды тикшереүгә арналған. Т. тарафынан А4, С4, Е4, А5, Е5 сериялы рацемик, оптик яҡтан актив лейкотриендар һәм уларҙың аналогтарына тулы синтез үткәрелә. Т. етәкс. тәбиғи берләшмәләрҙең төрлө кластары — феромондар, углеводтар һәм юғары терпеноидтар нигеҙендә хираль фосфорлы, азотлы, көкөртлө лигандтар, антигипоксанттар, ювеноидтар һ.б. алына. Т. ҡатнашлығында тәбиғи гликозидтар нигеҙендә дарыуҙар, простагландиндар нигеҙендә ветеринария препараттары, сәнәғәт өсөн ағас үҫтереү стимуляторҙары, затлы металдарҙы һәм ерҙә һирәк элементтарҙы алыу, айырыу өсөн юғары селектив комплекстар булдырған синтездың катализаторҙары (ванадий, молибден комплекстары) эшләнә, хирургия өсөн полимер елемдәр индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. (1993), Ленин комсомолы пр. (1986) лауреаты. Рәсәй художество акад. академигы (2013). Т. — билдәле рәссам, замандаштарының бер нисә портреты, натюрморттар һ.б. авторы. 1986 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Екатеринбург (1998), Мәскәү (2015, 2016), Новосибирск (1992), Оклахома-Сити, Пусан (икеһе лә — 2003), Санкт-Петербург (2015, 2016) һ.б.

Х е ҙ м.: Препаративная химия терпеноидов. В 3 ч. Ч.1. Бициклические монотерпеноиды. Новосибирск, 2005 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.