ТОҘ КИСЛОТАҺЫ, хлорлы водород к‑таһы, HCl, көслө бер нигеҙле к‑та, хлорлы водородтың һыу эретмәһе. Ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса, техник Т.к. хлор, тимер тоҙҙары ҡушылмалары булғанға һарғылт йәшел төҫтә. Макс. ҡуйылығы яҡынса 36%, тығыҙлығы 1180 кг/м3; һауала “төтәй”. Химик яҡтан актив, кире нормаль потенциалы булған металдарҙы эретә, күп кенә металдарҙың оксидтары һәм гидроксидтары м‑н хлоридтар барлыҡҡа килтерә, фосфат, силикат, борат һ.б. ирекле к‑талар бүлеп сығара. Ағыулы, лайлалы тиресәләрҙе бешерә, тонсоҡтора, ашҡаҙан‑эсәк боҙолоуына килтерә, тештәрҙе ҡаҡшата. Эш зонаһы һауаһындағы ПДК‑һы 5,0 мг/м3. Ашҡаҙан һутында бар (яҡынса 0,3%), аш һеңдереүгә, ауырыу тыуҙырған бактерияларҙы бөтөрөүгә булышлыҡ итә. Ашҡаҙан һуты әселеге етешмәгәндә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар ваҡытында шыйығайтылған Т.к. пепсин м‑н комбинацияла дарыу, микстура рәүешендә, гипохром анемия ваҡытында тимер препараттары м‑н берлектә тәғәйенләнә. Т.к. етештереү хлорлы водородты сульфат, синтетик ысулдар м‑н алыу, уны артабан һыу м‑н абсорбирлау стадияларынан тора. 90%‑тан ашыу Т.к. органик берләшмәләрҙе хлорлағанда һәм дегидрохлорлағанда, хлорорганик ҡалдыҡтарҙы, металл хлоридтарын пиролизлағанда, хлорһыҙ калийлы ашламалар алғанда һ.б. ваҡытта барлыҡҡа килгән абгаз (өҫтәмә газ) хлорлы водородтан етештерелә. Техник синтетик Т.к. концентрацияһы 31%‑тан кәм түгел, аш тоҙонан алынған Т.к. — 27,5%; шыйығайтылған Т.к. — 12,2%, ҡуйыртылған Т.к. — 24% һәм юғарыраҡ. Төрлө металдарҙың хлоридтарын алыуҙа, хлорлы органик продукттар cинтезында, металдарҙы ағыулағанда, төрлө һауыттарҙың өҫкө йөҙөн, быраулау скважиналарының нығытыу торбаларын карбонаттарҙан һәм башҡа ултырмаларҙан таҙартҡанда, мәғдәндәрҙе, тирене дуплау алдынан эшкәрткәндә, каучук, натрий глутаминаты, сода, хлор һ.б. етештергәндә файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. Өфө химия з‑дында (ҡара: Уфахимпром) синтетик Т.к. етештереү башлана. 60‑сы йй. уртаһында Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) синтетик Т.к., 80‑се йй. абгаз Т.к. (хлорлы водородты эшкәртеү) етештереү үҙләштерелә; 2008 й. реактив, ингибирланған, синтетик, техник, абгаз Т.к. сығарыла.

Е.С.Сандалова

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018