ТИТОВ Вячеслав Михайлович [11.5. 1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 3.5.2010, Стәрлетамаҡ ҡ.], инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). РФ‑тың (1995) һәм БР‑ҙың (1991) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы тимер юлсыһы (1995). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1966 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. 4‑се мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 й. башлап “Сода” ААЙ‑нда: 1971 й. алып цех, 1975 й. — смена мастеры, 1978 й. — цех нач. урынбаҫары, нач., 1981 й. — производство нач., 1986 й. — партия ком‑ты секретары, 1987—2004 йй. ген. директор. 1987 й. КПСС‑тың Стәрлетамаҡ ҡала ком‑тында 2‑се секретарь. 2006—10 йй. БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Т. етәкс. синтетик йыуыу саралары, кальцинирланған сода, цемент производстволарының реконструкцияһы үткәрелә (ҡоро ысул технологияһына күсерелә); ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары, аш тоҙо, химик тондоролған аҡбур, хлорлы кальций, нефть сығарыу сәнәғәте өсөн карбонатты ауырайтҡыс, кремнезём тултырғыстарының төрлө төрҙәрен етештереү ойошторола. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 17 уйлап табыу авторы. “Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры” дәрәжәһе бирелгән (1999). БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Производство соды по малоотходной технологии. Харьков, 1998 (авторҙ.).

А.А.Шатов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров