БАРМАҠТАМЫР (Dactylorhiza), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда гибрид Б., һарғылт аҡ Б., ит‑ҡыҙыл Б., Руссов Б., Фукс Б. үҫә. Бармаҡ һымаҡ бүленгән бүлбетамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 35—80 см тиклем. Япрағы бөтөн, ҡыяҡ йәки ланцет формаһында, ултырма. Сәскәһе һарғылт аҡтан ҡуйы ҡыҙыл төҫкә тиклем, сәскә эргәлегенең тышҡы түңәрәгенең ян япраҡтары бөгөлгән, урталағыһы һәм эстәге 2 япрағы торҡа барлыҡҡа килтерә; ирене өс айырсалы, шпорлы. Сәскәлеге күп сәскәлек, тумалаҡ йәки башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июлдә өлгөрә. Фукс Б. һәм гибрид Б. һирәкләп урман ситендә, йылға ярында, һирәкләнгән ҡарағай‑ҡайын урмандарында, һаҙлыҡта, яр буйы ҡырсынташлыҡтарында һ.б. үҫә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау‑урман зонаһында осрай; гибрид Б. — ш. уҡ Башҡортостандың Урал алдында күрән‑гипна һаҙлыҡтарында, ит-ҡыҙыл Б. — респ. бөтә терр‑яһында һаҙлыҡлы болондарҙа, күрәнле һаҙлыҡтарҙа, күл буйҙарында; Руссов Б. һәм реликт һарғылт аҡ Б. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы күрән‑гипна һаҙлыҡтарында. Декоратив һәм дарыу үҫемлектәре. Балтик Б., һарғылт аҡ Б., Руссов Б., Фукс Б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.М.Ишморатова, И.В.Һөйөндөков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика