ТИССАГЕТТАР, ф и с с а г е т т а р, боронғо күсмә ҡәбиләләр. Геродот фекере б‑са, будиндарҙан (“7 көнлөк юл”) һәм савроматтарҙан көнсығышта һәм төньяҡ‑көнсығышта йәшәгәндәр. Т. Ананьин мәҙәни‑тарихи берлегенең бер өлөшөн тәшкил иткән Волга‑Кама буйының (Марий Эл Респ. һәм ТР‑ҙың көнсығыш райондары терр‑яһы) Ахмыл мәҙәниәтенә ҡараған, тип фараз ителә; көнсығыш фин ҡәбиләләренә (ҡара: Фин‑уғыр ҡәбиләләре) ингәндәр. Һунарсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018