ТИРЕ, һыйыр малы, ваҡ мал, дөйә, болан, ат, сусҡа, ш. уҡ ҡайһы бер диңгеҙ имеҙеүселәре, ҡоштар, рептилиялар, балыҡтар тиреһенең урта ҡатламынан (дерма) махсус химик технология м‑н эшкәртеп алынған материал. Эшкәртелгән Т. ныҡ (тиҙ йыртылмай), һығылмалы, тышҡы йөҙө шыма, төҫө матур була, ферменттар, микроорганизмдар тәьҫиренә бирешмәй. Тәғәйенләнеше б‑са техник, аяҡ кейеме, кейем‑галантерея, мебель, бирсәткә, эйәр‑өпсөн һәм олтанлыҡ Т.; аяҡ кейеме табаны өсөн әҙерләү ысулы (винтлы йәки епле‑елемле — рантлы, тегеүле һәм елемле беркеткестәр), дуплау төрө (хром, таннид, синтан, ҡайһы берҙә цирконий, алюмин һ.б. берләшмәләр ҡулланып), эшкәртеү үҙенсәлеге, стандарт нөктәләге ҡалынлығы (5—6 категорияға — 1,75 мм алып 7 мм тиклем), сорты (4 сорт) һәм конфигурацияһы (бөтөн Т., яртылаш Т. һ.б.) б‑са Т. айырыла. Аяҡ кейеменең өҫ яғы өсөн хромлы дуплау Т. һәм юфть була. Юфть сеймал төрө, конфигурацияһы, дуплау ысулы, төҫө, эшкәртеү үҙенсәлеге һәм алымы, ҡалынлығы (1,5 мм алып 3 мм тиклем), майҙаны һәм сорты б‑са бүленә. Шулай уҡ лаклы һәм эслек Т. айырыла. Улар сеймал төрө, конфигурацияһы, майҙаны, ҡалынлығы, эшкәртеү үҙенсәлеге (шыма, һырлы), эшкәртеү ысулы (тәбиғи һәм яһалма уң яғы, шымартылған уң яғы һәм эске яғы — велюр булыуы) япма төрө (казеин, акрил, нитроцеллюлоза һ.б.), сорты б‑са бүленә. Эйәр‑өпсөн Т. — ҡайыш, кобура, сумка, планшетка һ.б., ш. уҡ ат егеү кәрәк‑ярағы һәм ҡамыт‑дуға, техник Т. привод ҡайышы, машиналарға деталь, башҡа изделиелар эшләр өсөн файҙаланыла.

Башҡортостанда күн эшкәртеү сәнәғәте 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә (ҡара: Күнэше). Төп халыҡ ваҡ Т. эшкәртер өсөн ғәҙәттә әсегән һөттә ойотоу һәм төтөндә ыҫлауҙы ҡулланған. Әсегән һөт ризыҡтарындағы һөт к‑таһы һәм ферменттар тирене йомшартҡан, тоҙлаған, әммә дупламаған. Һөҙөмтәлә тире ныҡ һәм сифатлы булмаған. Төтөндә ыҫлау йомшаҡ һәм һығылмалы Т. эшләргә мөмкинлек бирмәгән. 18 б. аҙ. күн заводтары төҙөлә башлай, улар 1917 й. һуң национализациялана. 20‑се йй. дәүләт заводтары асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ ҡ. эвакуацияланған Мәскәү тире комб‑ты эшләй.

2000 йй. аҙ. тиклем Т. һәм унан изделиелар Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинатында, Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинатында, Нефтекама күн‑галантерея фабрикаһында, Өфө күн‑галантерея фабрикаһында, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһында етештерелә. Т. эшкәртеү 3 стадияла үтә: әҙерләү (еүешләндереп ҡуптарыу, майһыҙландырыу, мездраны алып ташлау, йөн ҡапламын бөтөрөү, яндырылған эзбиз м‑н эшкәртеү, эзбиз м‑н эшкәрткәндән һуң ҡалған ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү, ферменттар м‑н йомшартыу, икегә айырыу, тоҙлау), дуплау һәм биҙәү (барабанлы буяу, тултырыу, дуплап бөтөрөү, майлау, киптереү, ҡаплап буяу, баҫып биҙәкләү, бүлеү; ҡара: Нәфис күн сәнғәте). 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында “Технолог” пр‑тиеһында ТЭАМСИК (тире өсөн), Эластин (күн өсөн) майлаусы композициялар, балауыҙ эмульсияһы (юғары сифатлы тире изделиелары өсөн), 2002—05 йй. Эластин‑Н52 һәм Эластин‑Д майлаусы композициялар уйлап табыла. 90‑сы йй. башынан 2007 й. тиклем ӨДИСА‑ла “Тире технологияһы” һөнәре б‑са әҙерләү алып барыла.

Р.Ә.Зәйнуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова